

Хеҙмәт коллективтары һәм ябай граждандар төркөмдәре янғынға ҡаршы көрәшкә ҡушыла бара. Хәйбулла районының хәүефле биләмәлә ҡалған ауылдарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлексәләре һәм янғын һүндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре уларға уҡыуҙар ойоштора, эш ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрә.
Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан йәштәр күп килгән. Уларҙың береһе – Ишембай ҡалаһынан ирекмән Альбина Тазеева.
– 8 августа Динислам, Виталий һәм Альберт менән бергә килдек, – тине ул. – Ейәнсура районының сигендә булдыҡ. Төндә үткән саҡта быҫҡып ятҡан урындарҙы күрҙек, аҙаҡ шул яҡтар ныҡ янып киткән икән. Төндә үк беҙ үткән ергә ут килеп еткәйне. Янғын булған урында беренсе тапҡыр эшләйем. Ҡыйын булһа ла, тырышабыҙ.
Ваҡиға урынында Башҡортостандың Янғынға ҡаршы дәүләт комитеты вәкиле Владимир Гаврилов эшләй.
– Беҙҙең бурыстар күп. Утты һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн яуаплыбыҙ. Төркөмдәр төрлө участкаларға оператив рәүештә сыға. Беҙ тағы ла ирекмәндәрҙе уҡытабыҙ. Күптәр килә лә шунда уҡ һүндерә башларға теләй, янғындарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү талап ителеүен онотоп. Беҙ уларға бурыстарҙы аңлатабыҙ. Бында иң мөһиме – ут минераль һыҙат аша сыҡмаһын. Янғын һүндереүселәрҙең көсө бушҡа сарыф ителмәҫкә тейеш. Кешеләр урманда аҙашмаһын өсөн төндә патруль ойошторабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә бергә һәм оператив эшләргә тырышабыҙ.