

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында урман яныуын дауам итә. Шул иҫәптән Хәйбулла районының Урыҫбай ауылында ла ут әле һаман һүнеп бөтмәгән.
Бында район халҡы ғына түгел, республиканың төрлө тарафынан килгән ирекмәндәр, төрлө ойошма вәкилдәре "ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы көрәшә. Янғын һүндереүселәр араһында студенттарҙың да булыуы ҡыуандыра. Улар каникул тип ултырмай, яурындарына 20 литрлыҡ һауыттар аҫып, ут ялмаған ерҙәрҙе һүндерә. Ит-егет менән йәнәш ут һыҙығына Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙҙары Зөбәржәт Аҡылова, Йәзилә Ҡаҙаҡбаева һәм Ынйы Ирғәлиналар ҙа баҫҡан.
Зөбәржәт техник университеттың 3-сө курсында уҡыһа, Йәзилә менән Ынйы – педагогия университеты студенттары.
Был һылыуҙарға "Афарин!"дан башҡа ни әйтәһең?!
Автор фотоһы.