ЭКОЛОГИЯ
14 Август 2021, 18:26

“Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек – бында янғын контроль аҫтында”

*

“Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек – бында янғын контроль аҫтында”“Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек – бында янғын контроль аҫтында”
“Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек – бында янғын контроль аҫтында”

Хәйбуллала урман яғындары менән көрәшкә төрлө тарафтарҙан ирекмәндәр килде. Шуларҙың иҫәбендә әлеге ваҡытта сит яҡтарҙа донъя көткән яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Миҫал өсөн, Аҡъярҙа тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән Рөстәм Ишкилдин.

–Янғындар тураһында ишеткәс, хәлдән килгәнсә ярҙам итәм тип тыуған районыма ашҡынып ҡайттым. Бында утты һүндереү, уның таралыуына юл ҡуймау, ирекмәндәр менән эш яҡшы ойошторолған. Шулай ҙа бында төп көс техникаға тура килә – тап улар минералләштерлегән һыҙаттар һөрөп, янғындың таралыуын туҡтата. Ә беҙҙең бурыс – утты ошо һыҙаттарҙан үткәрмәү. Социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр таратып, халыҡ араһында паника, ғауға сығарыусыларға ышанмаҫҡа кәңәш итәм. Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек – бында янғын контроль аҫтында, – тине Рөстәм Ишкилдин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас