

Янғын һүндереү гүзәл заттарҙың эше булмаһа ла, уртаҡ бәләнән – урман янғындарынан улар ҙа битараф ҡалманы. Кемдәр ут һүндереүселәрҙе туҡландырыу эшен ойошторһа, икенселәре урмандарҙа “ҡыҙыл әтәс” менән көрәшә. Шулар араһында бер төркөм Хәйбулла ҡыҙҙарын осраттыҡ.
Илгизә Яйыҡбаева:
–Янғын һүндереүҙә өс көн йөрөнөм. Беренсе көндән уҡ яурынға ранец аҫып, ир-егеттәр менән бергәләшеп “ҡыҙыл әтәс” менән көрәштә ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ, атайым Фәттәх Яйыҡбаев та, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ут һүндерешергә ашыҡты. Нисек булһа ла ярҙам итәйек тип, иң ҡыҙыу нөктәләрҙә булырға тырыштыҡ. Ләйсән, Нурзилә Байғусҡаровалар, Аҡсәскә Абдуллина, Ғайса Ибраһимов, Раян Абдуллин менән бергә йөрөнөк. Аш-һыу бешереү урынында ла ҡулдан килгәнсе ярҙам иттек. Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙе ҡайғыртмаһаҡ, кем ҡайғыртыр. Аҡъегет зыяратында ата-бабаларыбыҙ ерләнгән. Ҡартатайыбыҙ тыуып үҫкән ерҙе нисек ҡәҙерләмәҫкә? Янғындан зыян күргән ерҙе ҡарап торһаң, ҡурҡыныс та, аяныслы ла.