

Фатима Ураҙ ҡыҙы Солтангилдина үҙенең оло юбилейын билдәләй. Уға бөгөн 90 йәш тулды. Фатима Ураҙ ҡыҙының бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә. Ул бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, лайыҡлы хеҙмәт юлын үтә һәм беҙгә өлгө булып тора.
Бөгөнгө көндә Фатима Ураҙ ҡыҙы үҙенең туғандары һәм яҡындары янында үҙенең 90 йәшен ҡаршылай. Хәйбулла район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова юбилярҙы ошо күркәм ваҡиға менән ҡотлап, уға иң изге теләктәрен еткерҙе. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә, хөрмәтле Фатима Ураҙ ҡыҙы!
Хәйбулла районы хакимиәте