

Янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте белгесе Алмаз Ғарифуллин бөтә хеҙмәттәрҙән дә оперативлыҡ талап ителеүе хаҡында белдерҙе.
– Тәүге янғындар 4 августа тоҡанды, шул ваҡыттан күп тә үтмәй, бер нисә урында яңылары барлыҡҡа килде. Диспетчер хеҙмәтенә бик күп шылтыратыуҙар булды. Бөтәбеҙ ҙә етеҙлектең мөһимлеген беләбеҙ. Шуға ла бөтә яуаплы хеҙмәттәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, старосталары менән бәйләнеш тотабыҙ. Янған урындарҙа эшләйбеҙ, оператив яңылыҡты халыҡҡа даими еткерәбеҙ. Рация аша бәйләнеш тотабыҙ, сөнки был урындарҙа кеҫә телефоны урыны менән генә эшләй. Әммә янғындарға яҡын урынлашҡан Урыҫбай ауылында стационар телефондар һәм интернет бар, – тине ул.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Юлиә Баҡтыбаева.