ЭКОЛОГИЯ
13 Август 2021, 06:46

“Усаҡ тирәһенән китмәйбеҙ”

*

“Усаҡ тирәһенән китмәйбеҙ”“Усаҡ тирәһенән китмәйбеҙ”
“Усаҡ тирәһенән китмәйбеҙ”

Урыҫбай ауылы янындағы урмандарҙа янғын сыҡҡас, төп көстәр тап ошо урынға йүнәлтелде. Бында бөтә республиканан техника, янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр ағылды. Уларҙың барыһын да ауылда урынлашҡан штабта ҡабул итәләр һәм артабан урманда ут сыҡҡан участкаларға оҙаталар. Ошонда уҡ туҡланыу пункты булдырылған. Бында Хәйбулланың уңған ҡатындары таң атҡандан ҡара төнгә саҡлы аш-һыу әҙерләү менән мәшғүл.

Әлфиә Абдуллина:

–Беҙ былай ҙур штаб була тип уйламаныҡ. Тәүге көндө ауыл биләмәһе башлығы янғын һүндереүселәр килә, урманға барып ашатырға кәрәк тине. Тамаҡ алып киләләр, ә беҙ алып барып ашатырға тейеш инек. Ләкин ирекмәндәр бешерергә төрлө  ярмалар ғына алып килгәндәр ине. Шуға күрә күршем Рәзилә Ямалетдинова менән тиҙә арала бер ҡаҙанда сәй ҡайнатып, икенсеһендә аш бешереп, урманға алып сыҡтыҡ. Артабан йәштәр барып ашаттылар, ә беҙ ауылда бешерә башланыҡ. Хәҙер бишенсе көн штабта бешерәбеҙ. Иң беренсе көндә йөҙләп кеше булһа, бөгөнгө көндә дүрт йөҙгә етте. Көнө-төнө бешерәбеҙ. Шулай итеп ярҙам итергә тырышабыҙ.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас