ЭКОЛОГИЯ
13 Августа 2021, 14:28

“Ауыр хәлдә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманылар”

"Халыҡтың ҙур ярҙамын тоябыҙ," - ти Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков.

“Ауыр хәлдә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманылар”“Ауыр хәлдә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманылар”
“Ауыр хәлдә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманылар”

Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков урман янғындарын һүндереү барышы менән таныштырҙы:

–Әлеге ваҡытта Урыҫбай яғында бишенсе көн урман янғындарын һүндереү буйынса эштәр алып барыла. Был янғын беҙҙең территорияга Ейәнсура һәм Йылайыр райондары яғынан килде. Бөгөнгө көндә ҙур майҙан, башлыса урман янды. Ҡатмарлы рельеф арҡаһында һүндереү эштәрен алып барыуы ауыр. Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәте бында бөтә көстәр йәлеп итте. Шулай уҡ, бөтә республиканан, Рәсәйҙән килгән ирекмәндәр, урындағы халыҡ бик әүҙем ҡатнашалар. Бөтәһенә ла оло рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙе ошондай ауыр хәлдә тиҙ генә ярҙамға ашыҡтылар. Ирекмәндәр үҙҙәренең эше буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәр. Халыҡтың гражданлыҡ теләктәшлеген күрҙек. Кешеләрҙе урынлаштырыу, ашатыу буйынса урындағы халыҡтан башлап, ситтән килгәндәрҙә булышлыҡ күрһәтә. Райондың һәр ауылдарынан тиерлек ярҙам ебәрәләр. Халыҡтың ҙур ярҙамын тоябыҙ. Яҡын арала бындай ҙур янғынды туҡтатыуы еңелдән түгел, әммә уның юлы быуылды. Шуға ҡарамаҫтан уттың таралыуына юл ҡуймаҫҡа, уны контролдә тотоу мөһим.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас