

Хәйбулла районынан республиканың төрлө төбәктәренән ирекмәндәр ағылды. Бөтәһенең дә маҡсаты бер – “ҡыҙыл әтәс”тең ҡотороуын туҡтатыу.
Урыҫбай ауылы янындағы Аҡ түңдә урманда баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән ирекмәндәр төркөмө араһында “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәренә юлыҡтыҡ.
–Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Шайморатов ирекмәндәр төркөмө ағзалары бына инде икенсе көн ошо урында янғын менән көрәшәбеҙ. Бөгөн Аҡ түңдә тотошлай килгән утты үткәрмәнек. Бында 50-60 тирәһе кеше янғынды туҡтатыуҙа ҡатнашты. Ә кисә тау битләүендә, шулай уҡ Хәйбулла, Ейәнсура һәм Йылайыр районы сиктәре ҡушылған урында булдыҡ. Был урында минералләштерелгән һыҙат буйлап дежур иттек, уттың һөрөлгән ер аша үтеүенә юл ҡуйманыҡ. Минән башҡа бында “Юлдаш” радиоһынан Ғәзиз Әбделмәнов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Айбулат Сәсәнбаев та бар, – тине “Юлдаш” радиоһының өлкән мөхәррире Азамат Нуриев.