

Урыҫбай ауылында Рәзилә Ямалетдинованың йортонда урман янғындары менән көрәшеүселәрҙең штабы булдырылды. Шунан алып был йорттан кеше өҙөлмәй. Хәҙер көнө-төнө йокламай, штабта ҡыҙыу эш бара. Тап ошонда янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе туҡландырыу ойошторолған.
–Башта кеше әҙ булды. Ут сыҡҡанын күреп, ярҙам һорап хәбәр иттек. Урман янғыны ҙур майҙанды ялмап алғас, күп кешеләр килде. Йортобоҙҙа штаб булдырылды. Шунан алып, ошо эштә ауылдаштарыбыҙ менән ҡайнап йөрөйбөҙ. Килгән ирекмән ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт, бөтә яҡлап ярҙам итеп, бешерешеп торалар, – ти Рәзилә Ямалетдинова.
Эйе, бындай ҡатындар менән ғорурланырға ғына ҡала. Сөнки күпме кешене үҙ йортона йыйып, туҡланыу пункты ойоштороусылар күп түгел! Апаһы һәм куршеһе менән генә бешереп, янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе тәүге көндән ашата башлаған ҡатын-ҡыҙҙар, хәҙер меңләгән кешене йылы аштары менән һыйлап өлгөргәндәр.