ЭКОЛОГИЯ
12 Августа 2021, 16:11

Ураҙбайға юл тотҡан егеттең хәле нисек?

"Ураҙбайға урын ҡалдымы әле?" – тип ҡыҙыҡһынды Рафиҡ. "Эйе, ярты сәғәттән ҡуҙғалам", – тинеләр телефондан...

Ураҙбайға юл тотҡан егеттең хәле нисек?Ураҙбайға юл тотҡан егеттең хәле нисек?
Ураҙбайға юл тотҡан егеттең хәле нисек?

Мәскәүҙән Өфөгә килгән һәм тыуған яҡтарына ашҡынған Рафиҡ Сөләймәнов такси эҙләп интекте. Күп урынға шылтыратты. Тамаҡ төбө менән һөйләшкән бер ир хаҡты күп һораны, икенсеһе әле һаман "девятка" машинаһында йөрөй икән – автомобиле оҡшаманы, бүтәндәр юлдың йыраҡлығын һылтау итте шикелле... Ҡыҫҡаһы, егет сәфәрҙән баш тартты. Тамам хәле бөткәс, "попутчик"та туҡталды. Юл ыңғайы кешеләрҙе ултыртып алыусыларҙыҡы арзан да, машиналар ҙа күп.

– Ураҙбайға урын ҡалдымы? – тип ҡыҙыҡһынды Рафиҡ.

– Урындар бар, ярты сәғәттән ҡуҙғалам, – тине берәү телефондан.

Күптәнге танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, оҙаҡ итеп такси эҙләү, етмәһә, көндөң эҫелеге үҙенекен иткән – ныҡ йонсоған, автомобилгә инеү менән әүен баҙарына киткән. Тейешле урынға килеп еткәнен дә һиҙмәгән. "Ураҙбайға килеп еттек, төшөгөҙ", – тип, водитель саҡ уятып алған юлдашын.

Ғәжәп бит, ул бында бөтөнләй ят күренеш менән осрашҡан.

– Миңә Ураҙбай кәрәк... – тип үтенгән пассажир.

– Ураҙбай ауылы, тинең, был – Ураҙбай! – тип аңлатҡан таксист.

Баҡтиһәң, Рафиҡ Сөләймәновҡа Ишембай районының Ураҙбай ауылына ҡайтырға кәрәк булған, ә уны әле урман янғындары булған Хәйбулла районындағы Ураҙбай ауылына алып киткәндәр.

– "Попутчик" водителдәре лә ҡыҙыҡ халыҡ инде, теге көндө төш уртаһында шылтыратҡанда аңлатып әйтһәләр була ла инде, – ти әңгәмәсем. – "Һеҙгә ҡайҙа барырға?" тигәс ни, мин, арыған кеше, артыҡ төпсөнмәй: "Миңә – Ураҙбай ауылына!" – тинем. Шуның менән бөттө-китте. Бына шулай итеп, әллә ҡайһы тарафтарға олаҡтырғандар. Хәйбулла районынан Ишембайға хәтлем 300 саҡрымдан ашыу, алыҫ ара. Ярай, ни хәл итәһең, Хәйбуллалағы Ураҙбайҙы тағы ҡасан күрер инем әле? Унан бигерәк файҙам тейҙе – урман янғындарын һүндерештем бында. 

 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас