

Урыҫбай ауылы янындағы урман янғындары менән көрәшеү өсөн урындағылар һәм республиканың төрлө райондарынан ирекмәндәр һәм янғын һүндереүселәр килгәндәр. Йәштәр һәм ҡарттар, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, чиновниктар һәм эшселәр. Улар араһында Азамат Ишморатов менән Риф Исҡужин да бар.
–Нисәмә көн янғындар менән көрәшәбеҙ. Беҙҙеңсә, урман тулы буш шешәләр, ҡоролоҡ булыу сәбәпле, ут сыға. Ир-егеттәр менән урман янғындарын һүндереүҙә ниндәй ҙә булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙе индерергә тырышабыҙ. Бүлеп бирелгән участкаларҙа эшләйбеҙ, - ти улар.