ЭКОЛОГИЯ
12 Август 2021, 06:33

Ирекмәндәр араһында йырсылар ҙа бар

Башҡортостандың атҡаҙаған мәҙәниәт хеҙмәткәре лә яҡташтарына ярҙамға килгән

Ирекмәндәр араһында йырсылар ҙа барИрекмәндәр араһында йырсылар ҙа бар
Ирекмәндәр араһында йырсылар ҙа бар

Башҡортостандың атҡаҙаған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Миләш" халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе, йырсы Мәмдүҙә Илбәкова тыуған яғында урман яныуы хаҡында ишеткәс тә, тәүгеләрҙән булып ирекмәндәр сафын тулыландыра.

"Ошо ерҙә ата-бабаларым, туған-тыумасаларым ята. Үҙем Сибайҙа йәшәйем. Янғын сыҡҡанын ишеткәс, тыуған яғыма ҡайтып, ниндәйҙер ярҙамым тиер тинем. Урыҫбай ауылында урынлашҡан штабта ярҙам итәм. Янғын һүнедереүселәрҙе ашатыуҙа, аш-һыу әҙрелүҙә ҡатнашам,”-ти Мәмдүҙә Илбәкова.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас