ЭКОЛОГИЯ
12 Август 2021, 03:19

“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”

Өфө ирекмәндәре отряды ла ярҙамға килде

“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”

Республика ирекмәнлек үҙәге базаһында төҙөлгән волонтерҙар төркөмө лә Хәйбулла районында сыҡҡан урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнаша. Башлыса Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларынан һәм башҡа яҡтарҙан да йыйылған 15 йәш егет һәм ҡыҙ Урыҫбай ауылы тирәһендәге урмандарҙа ут менән көрәшкә сыға.

–Хәйбуллала янғындар һүндереүҙә ирекмәндәр талап ителеүен ишеткәс тә, заявка биреп, төркөмгә ҡушылдыҡ. Быға тиклем уҙған йылда Бөрйән районында ла урман һүндереүҙә ҡатнашҡан инек, шуға был нәүбәттә тәжрибәбеҙ бар. Беҙҙеңсә, хозур тәбиғәтебеҙҙе, урмандарҙы һаҡлауҙа һәр бер кеше хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тейеш, – ти йәш ирекмәндәр.

Йәштәр төрлө участкаларға бүленеп, кемдер утты таралауына юл ҡуймаҫ өсөн һөрөлгән минераль һыҙаттар буйынса дежурлыҡта булһа, икенселәре уны һүндереүҙә ҡатнаша.

“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
“Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш”
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас