

Сибай ирекмәндәре Хәйбулла районында урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Шулар иҫәбендә – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрының директоры Илнур Әбдрәшитов башлығында театрҙың артистары һәм хеҙмәткәрҙәре лә бар.
–Хәйбулла районына янғын һүндереүгә икенсе тапҡыр киләбеҙ. Быға тиклем өс көн дауамында Вәзәм, Йәнтеш һәм Аҡташ тирәһендә булдыҡ, ә хәҙер Урыҫбай яғында утҡа ҡаршы көрәшәбеҙ. Был юлы бөтәһе 25 кеше килдек, шуларҙың 13-ө – Сибай драма театры артистары һәм хеҙмәткәрҙәре. Хәйбуллала янғындар сыҡҡанын ишеткәс тә, теләүсе ирекмәндәрҙе йыйып, ваҡиға урындарына юл тоттоҡ. Әйткәндәй, беҙҙән башҡа ла бында сибайҙар бихисап – күптәре сығышы менән ошо яҡтан булғас, яҡташтарына, туғандарына ярҙам ҡулын һуҙырға тип ашығып килгәндәр, – тине Сибай ирекмәндәре штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова.