

Республика Хөкүмәтенең саҡырыуына яуап итеп, “Башҡортостан сода компанияһы” Урал аръяғы райондарында янғынға ҡаршы көрәшкә ҡушылды. Бының өсөн предприятие зыян күргән биләмәләргә ҡеүәтле ауыр техника ебәрҙе.
Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы янындағы янғынды ҡамауҙа “БСК” компанияһының “БашХимТранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҙур техникалары ла ҡатнаша.
–Беҙ өс машинист Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килдек. Әлеге ваҡытта янғынды ҡамау өсөн һөрөлгән һыҙаттарҙы киңәйтеү менән мәшғүлбеҙ. Техника төҙөк хәлдә, шунлыҡтан ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәүгә шигебеҙ юҡ. Планетабыҙҙың үпкәләрен – урмандарҙы һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышырбыҙ, - тине ҡеүәтле техника машинисы Наил Ғиззәтуллин.
Әйтергә кәрәк, районда урман янғындары сығыуҙың беренсе көнөнән алып, Хәйбулланың тау предприятиелары – “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” һәм “Башҡорт баҡыры” йәмғиәттәренең техникалары утты һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Фотола:Наил Ғиззәтуллин һәм Артём Кучугуров.