ЭКОЛОГИЯ
11 Август 2021, 19:02

“Беҙ башҡорттар берҙәмбеҙ”

Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ирекмәндәр төркөмө Хәйбуллала янғын һүндереүҙә ҡатнаша

“Беҙ башҡорттар берҙәмбеҙ”“Беҙ башҡорттар берҙәмбеҙ”
“Беҙ башҡорттар берҙәмбеҙ”

Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ирекмәндәр төркөмдәре республиканың көньяҡ райондарында ҡоторған урман янғындары менән көрәшкә ҡушылды.  Бөгөн Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы тирәһендәге янғынды һүндереүселәр араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле – “Без башкортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевты ла осраттыҡ.

  – “Без башкортлар"  ойошмаһы ағзалары республиканың төньяҡ өлөшөнән – Краснокама районы, Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалаларынан Хәйбуллала йәшәгән милләттәштәребеҙгә нисек тә булһа ла ярҙам итергә тип ашҡынып килдек. Уҙған йылда Бөрйән районында янғын һүндереүҙә ҡатнашып, был эштә бер аҙ тәжрибә туплаған инек. Әйткәндәй, беҙ төньяҡ йәки көньяҡ башҡорттары тип бер кемде лә айырып ҡарамайбыҙ – барыбыҙ ҙа бер үк халыҡ. Ярҙам кәрәк булыуын ишеткәс, Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы ирекмәндәре менән берлектә Хәйбуллаға юл тоттоҡ. Һәм бөгөн икенсе көн ут менән көрәште дауам итәбеҙ. Теләгем бер – беҙ башҡорттар һәр ваҡыт берҙәмлек күрһәтеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйек, - тине Радик Бәхтиев. 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас