

Йәш ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай үҙенең тыуған ауылына ярҙамға ашыға:
–Үҙем Урыҫбай ауылынан. Хәҙер район үҙәге Аҡъярҙа йәшәйем. Әлеге ваҡытта Себерҙә вахта ысулы менән эшләйем, ошо арала ялға ҡайттым. Һәм янғын сыҡҡандан алып бында йөрөйөм. Беренсе көн Ейәнсура районы яғында ныҡ янды, башта өс кенә кеше һүндерергә тырыштыҡ, әммә килеп сыкманы. Шунан ҡайтып интернет селтәре аша хәбәр итеп, ваҡиға урынына халыҡ күпләп йыйылды. Үҙем ошо ауыл ҡыҙы булғас, урындарҙы белгәс, ситтән килгән кешеләрҙе ҡуша оҙатып йөрөргә лә тура килә, - ти Гөлнәзирә Ураҙбаева.