ЭКОЛОГИЯ
11 Август 2021, 19:38

"Бәлә килгәндә яңғыҙ түгелбеҙ", - ти хәйбуллалар

*

"Бәлә килгәндә яңғыҙ түгелбеҙ", - ти хәйбуллалар"Бәлә килгәндә яңғыҙ түгелбеҙ", - ти хәйбуллалар
"Бәлә килгәндә яңғыҙ түгелбеҙ", - ти хәйбуллалар

Һуңғы көндәрҙә Хәйбулла районының урман зонаһына ҡараған Оло Әбеш һәм Аҡъюл ауыл биләмәләрендә янғындар ҡотора. Оло Әбеш, Аҡташ, Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары, шулай уҡ Шайтантау заказнигы  янындағы янғындар "ауыҙлыҡланған". Әммә улар контроль үҙәгендә. Бөгөн райондың Урыҫбай ауылы янындағы тауҙар һәм урмандар яна. Ауыл халҡы белдереүенсә, ут дүшәмбе көнө Ейәнсура районы сигенән килгән. Көслө ел иҫеүе янғынды көсәйтеүгә һәм уны тиҙ арала таралыуына юл ҡуйған.

 

Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбаҡов белдереүенсә, әле ут тулыһынса контролдә тотола. Аҡъегет ауылы (бөткән ауыл) биләмәһендә июнь башында урман янғыны сығып, ауыл халҡы үҙ көсө менән тулыһынса һүндерә алһа, әле Шайтан йылғаһы буйындағы Рәнйән тау битләүе, урмандар яна. 

 

- Район һәм республика етәкселеге тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Республиканың төрлө райондарынан үҙҙәре теләп ут һүндерергә килгән ирекмәндәргә бигерәк тә оло рәхмәт. Шулай уҡ үҙ ерен уттан һаҡлау өсөн сыҡҡан ауыл халҡына, ситтә йәшәп тә, тыуған ере өсөн борсолоп ҡайтҡан ауылдаштарға ла рәхмәт әйтәһе килә. Күмәк көс, берҙәм тырышлыҡ һәм республика ярҙамы менән "ҡыҙыл әтәс" те ауыҙлыҡларға тырышабыҙ. Ут ялмаған биләмәләрҙе ҡамайбыҙ, минераль һыҙаттарҙы киңәйтәбеҙ. Республика етәкселеге ярҙамы менән ҡеүәтле техника килде, сөнки тау-ҡаялы, урманлы урындарға ябай техника барып етә алмай, - ти Буранбай Ислам улы.

 

 

Автор фотолары.

Автор:Карима Усманова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас