ЭКОЛОГИЯ
12 Август 2021, 04:43

Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тимәгеҙ...

Хәйбулла районындағы урман янғындарын һүндереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тимәгеҙ...Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тимәгеҙ...
Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тимәгеҙ...

Ут һүндереү - көсһөҙ заттар эше түгел. Әммә һин йәшәгән ауылыңа, ғәзиз ереңә ут яҡынлаша икән, улар ҙа яурындарына янғынға ҡаршы ранецтар аҫып, “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡларға ашыға. Шундай ҡыйыу йөрәкле, сая, тәүәккәл Хәйбулла ҡыҙҙарын осратырға насип итте беҙгә лә. Улар - Илгизә Яйыҡбаева, Гөлсиә Килдебаева, Аҡсәскә Абдуллина, Нурзилә һәм Ләйсән Байғусҡаровалар, Рәсимә Солтанова.

- Ағастарҙың шартлап яныуын, ҡоштарҙың асырғанып ҡысҡырыуын, хатта йыландарҙың тереләй утта яныуын, бала саҡта сейә тиреп йөрөгән сейәлектәрҙең күҙ асып-йомғансы юҡҡа сығыуын үҙ күҙҙәрең менән күреү, ут алдында һинең көсһөҙ булыуың йөрәктәрҙе әрнетә. Яурындағы 20 литр һыйҙырышлы ранецтағы һәр һиптерелгән һыуҙы Йәншишмәләй бөркөп ебәреп, бар-тирә яҡтағы янғынды һүндерһәңсе тип теләйбеҙ ҙә, ҡалайтаһың хәлебеҙҙән килмәй. Их ямғырҙар ғына яуһасы, - тип өҙгөләнә ҡыҙҙар.

Әммә уларҙың был ҡыйыу аҙымы күптәргә өлгө булып  тора. Кәрәк икән тап улар ирекмәндәргә аҙыҡ алып бара, янғын һүндереүҙә лә үҙ өлөштәрен индерә.

 

 

 

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-12/atyn-y-ar-yna-tim-ge-2462227
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас