ЭКОЛОГИЯ
6 Август 2021, 17:20

“Үлән” апай дауаһы

Шифалы үләндәр йыйып, улар менән дауалау ысулдары белгән Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Сәйфуллина тураһында ишеткәс, барып күрмәйенсә булдыра алманыҡ

“Үлән” апай дауаһы“Үлән” апай дауаһы
“Үлән” апай дауаһы

Йәй миҙгеле витаминдарға бай йәшелсә-еләкте генә түгел, шифалы дарыу үләндәрен йыйыу өсөн дә уңайлы ваҡыт. Улар тап ошо осорҙа файҙалы матдәләргә тулылана. Шуға күрә ваҡытын белеп, дарыуханаларҙан химиялы дарыуҙар һатып алғансы, тыуған еребеҙҙең бәрәкәте булған шифалы үләндәрен йыйып дауаланыу иң уңайлыһы. Хәҙерге заманда үләндәр менән дауалаусылар һирәк осрай. Шул тиклем көслө медицина шауҡымында уларға ышаныусылар ҙа аҙ. Шифалы үләндәр йыйып, улар менән дауалау ысулдары белгән Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Сәйфуллина тураһында ишеткәс, барып күрмәйенсә булдыра алманыҡ

Йәй миҙгеле витаминдарға бай йәшелсә-еләкте генә түгел, шифалы дарыу үләндәрен йыйыу өсөн дә уңайлы ваҡыт. Улар тап ошо осорҙа файҙалы матдәләргә тулылана. Шуға күрә ваҡытын белеп, дарыуханаларҙан химиялы дарыуҙар һатып алғансы, тыуған еребеҙҙең бәрәкәте булған шифалы үләндәрен йыйып дауаланыу иң уңайлыһы. Хәҙерге заманда үләндәр менән дауалаусылар һирәк осрай. Шул тиклем көслө медицина шауҡымында уларға ышаныусылар ҙа аҙ.

Шифалы үләндәр йыйып, улар менән дауалау ысулдары белгән Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Сәйфуллина тураһында ишеткәс, барып күрмәйенсә булдыра алманыҡ. Тыныс холоҡло һәм табиптарса ипле генә һөйләшкән Рәшиҙә апайға эстән генә “Үлән” апай исемен ҡуштым да ҡуйҙым. Тыныс холоҡло тигәнемде шуның менән дәлилләйем: урман дауаһын алыу, үләндәр менән ихласлап аралашыу, улар менән серләшеү, шифаһын биреүҙе һорау тап ошондай “үлән” апайҙарға ғына хастыр, моғайын. Ерҙән өҙөлгән һәр йәшеллекте йылы устарына һалып һыйпап алыуы, ҡәҙерләп кенә элеп киптереүендә Рәшиҙә апайҙың серле теләктәре лә сағылып ҡала.

Үләндәр менән дауалауға Рәшиҙә Сәйфуллинаны бала саҡтан уҡ өләсәһе өйрәткән. Ҡәҙерле кешеһе менән урманға йөрөй, өйрәнә, хәҙер һәр береһенең исемен биш бармағы кеүек белә, уларҙың дауаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Киптерелгән үләндәрҙе һорап килеүселәрҙең барыһына ла тарата, шифаһы тейеүен теләй.

Ысынлап та, Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙына туғандары ғына түгел, хатта ауылдаштары ла йыл әйләнәһенә шифалы үләндәр һорап мөрәжәғәт итә. Кемдеңдер ҡан баҫымы юғары, шуға башы ауырта, икенселәренең аяғы һыҙлай, өсөнсөләренең балаһы сирләп киткән. Һәр береһенә үҙе йыйған үләндәрҙән төнәтмәләр йәки май эшләп, сирлеләрҙе дауалай. Дауаһы барыһына ла килешә, хатта йыраҡта урынлашҡан район дауаханаһына ла барырға тура килмәй.

—Шифалы үләндәрҙе мотлаҡ ай тамамланған мәлдә йыям, был ваҡытҡа юрау буйынса ауырыу ҙа һис шикһеҙ бөтөргә тейеш тигән мәғәнә һалына. Һәр үләнде йыйыу тәртибе бар: ҡайһыларын – иртәнсәк, икенселәрен төштән һуң өҙөргә кәрәк. Иң мөһиме: уларҙы дөрөҫ киптереү. Күптәр бөтәһен дә бергә ҡушып киптерә, улай итергә ярамай, сөнки һәр үләндең үҙ тәғәйенләнеше бар, ҡайһы бер үләнде икенсе үҫемлек менән ҡатнаштырырға ярамай, дарыу урынына ағыу барлыҡҡа килеүе лә ихтимал,—ти Рәшиҙә Сәйфуллина.

—Өләсәйегеҙ һеҙгә өйрәткән тылсымлы дауалау серҙәрен ба- ларығыҙға тапшырырға уйлай-һығыҙмы? Улар үләндәр менән ҡыҙыҡһынамы?

—Минең ейәнсәрем медицина юлын һайланы. Уҡыу йортон тамамлағас, минең янға ҡайтып үләндәрҙе өйрәнергә теләк белдерҙе. Киләсәктә уларҙың шифаһы менән дауалау алымдарын да өйрәнмәксе. Шөғөлөмдө ейәнсәремә тапшыра алыуым бик ҡыуандыра. Беҙ бит тәбиғәт балалары, тирә-яҡта шул тиклем шифалы үләндәр булғанда, уларҙы ҡулланып, һаулығыбыҙҙы химик матдәләрҙән һаҡларға кәрәк.

Автор:Альфира Узянбаева
 
Автор:
Читайте нас