

Элек-электән халҡыбыҙ эсәр һыуға, ауыл янындағы шишмә-инештәргә, ҡоҙоҡтарға ҡарата ҙур иғтибар бүлгән. Ололарҙың “Эсәр һыуыңа төкөрмә”, “Шишмәләрҙе ҡоротма” тигән һүҙен һәр кем бала саҡтан ишетеп үҫкәнгәме, балалар ҙа, йәштәр ҙә һыу сығанаҡтарына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт менән ҡараған, уларҙы таҙартҡан, бысратмаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа халыҡтың тәбиғәткә, айырыуса шишмә-инештәргә, йылғаларға һәм ауыл янындағы ҡоҙоҡтарға ҡарата иғтибары кәмене. Һәр ихатала айырым ҡоҙоҡ булыуы, йорттарҙа крандан һыуҙың ағып тороуы, баҡсаларға рәхәтләнеп шлангтар аша ғына һыу һиптереү мөмкинлектәре булғанда, күптәребеҙ һыуҙың тамсыһын да тәләфләмәй, уны бик һаҡ тотоноу кәрәклеге тураһында уйламай ҙа шикелле.
Урал аръяғы райондарында йыл һайын ҡоролоҡ булыу сәбәпле, күп кенә һыу ятҡылыҡтарының ҡороуы күҙәтелә. Тыуып үҫкән төйәге мөхитенә битараф булмағандар уларҙы таҙалау, төҙөкләндереү маҡсатында өмәләр үткәрә, төрлө проекттарҙа ҡатнашып, тәбиғи ҡомартҡыларҙың тирә-яғын кәртәләүҙе ойоштора. Был тәңгәлдә һуңғы ваҡытта башланған “Атайсал” проекты буйынса бик күп райондарҙа шишмә-инештәргә яңы һулыш бирелә, ҡоҙоҡтар ипкә килтерелә.
Билдәле булыуынса, яҙ республикала “Башҡортостан шишмәләре” проекты тәҡдим ителде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәренән тыш, “Йәшел Башҡортостан” ойошмаһы әүҙемселәре ингән конкурс комиссияһында бөтәһе 23 проект ҡаралған. Улар араһында Хәйбулла районының Үрнәк ауылы янындағы Аҡбурт шишмәһе лә еңеү яулаған. Әле үрнәктәр, ауыл янындағы шишмәне өр-яңынан таҙартып, тирә-яғын төҙөкләндереү теләге менән яна.
Ошо көндәрҙә беҙгә лә шишмә менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Ауылдың иң оло ағинәйҙәренең береһе – 85 йәшлек Зәйтүнә Аралбаева килен булып төшкәндән бирле ошо шифалы шишмәнең һыуын эсә.
– Мин килен булып төшкәндә, тотош ауыл халҡы Аҡбурт шишмәһенә һыуға йөрөй ине. Теште ҡамаштырырлыҡ һыуыҡлығы ла һиҙелмәй, һыуы шул тиклем йомшаҡ, тәмле. Самауыр ҡайнатып, тәмле сәй эсеүҙәр үҙе бер ғүмер булған икән, – тип хәтирәләрен уртаҡлаша ул.
Инәйҙең фекеренә ауылға төрлө йылдарҙа килен булып төшкән, ошо шишмәнән һыу башлаған Үрнәк ауылы килендәре лә ҡушылды. Сания Дәүләтшина, Рәүилә Ишемғолова, Тәнзилә Ҡужина, Фирүзә Ҡыҙрасова, Зәйтүнә Шәрипова – ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Йәйғор” фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзалары ла. Улар күптән түгел ошо шишмә янына ямғыр һорап теләккә сыҡҡан, Аҡбурт шишмәһенә бағышлап шиғырҙар сығарған. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек Аҡъяр телевидениеһының тырышлығы менән районда “Тере шишмәләр” проекты ойошторолған һәм унда ла Үрнәк ауылы янындағы шифалы шишмә еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ ауыл янында Гөрөлдөк тип аталған йәнә бер матур шишмә бар. Уны ла ауыл халҡы кәртәләп алған, тирә-яғын һәр саҡ таҙалап тота.
Ауыл клубы етәксеһе Рәүилә Ишемғолова белдереүенсә, конкурста еңеп алған 100 мең һум аҡсаға Аҡбурт шишмәһен өр-яңынан кәртәләп алыу, уның эргәһендә ял урыны эшләү, ярын таҙартыу, шишмә башын төҙөкләндереү кеүек эштәрҙе башҡарыу ҡаралған. Быларҙың барыһы ла халыҡтың үҙ көсө менән атҡарыла.
– Шишмә – йәшәү сығанағы. Улар, бергә ҡушылып, көслө йылға барлыҡҡа килтергән кеүек, ауыл халҡы ла бергәләшеп ҙур эштәр башҡара ала. Беҙҙә халыҡ әүҙем, тик уларҙы әйҙәргә, ойошторорға ғына кәрәк, – ти Рәүилә ханым.
Тимәк, тиҙҙән “Башҡортостан шишмәләре” конкурсында еңеү яулаған Аҡбурт шишмәһе тағы ла Үрнәк ауылының иң яратҡан урынына әүереләсәк. Ауылға яңы төшкән йәш килендәргә һыу юлы күрһәтелер, сарсағандар уның шифалы һыуын эсер, йәш быуын тарихын өйрәнер, олораҡтар үҙҙәренең килен булып төшкән һыу юлы эҙҙәре буйлап йәшлек хәтирәләрен тағатыр, күңелдәрен бушатыр. Иң мөһиме – данлы тарихы булған Аҡбурт шишмәһе яңы һулыш алыр, тағы ла сылтырап ағыуын дауам итер.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-27/syltyr-syltyr-shishm-a-yn-2433099