

Ғәлиәхмәт ауылы ир-егеттәре: Мәжит Вәлиев, Ғәлимйән Билалов, Юнир Игебаев, Ғаяз Юламанов, Марат Ишемғолов һәм Мораҙым Буранбаев, Салауат Юлаев урамындғы ауылдың иң элекке ҡоҙоҡтарының береһенең һыу күтәреү ҡоролмаһын яңырттылар.
Афарин, егеттәр!
Тиҙҙән буяу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре ҡаралған.
Хәҙер өй һайын тиерлек кешеләрҙең һыу скважиналары булыуына ҡарамаҫтан, урамдағы бындай ҡоҙоҡтар - ауылдың бер йөҙө булып торалар. Улар шулай уҡ, альтернатив һыу запастары өсөн дә кәрәк. Элекке ауыл ҡоҙоҡтарын һаҡларға кәрәк.
(Ғәлиәхмәт урамдарында барлығы 6 ошондай ҡоҙоҡтар бар)