Бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡандар

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡандарБәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡандар
Бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡандар

Мәмбәт ауылы татыу һәм эшһөйәр ғаиләләре менән данлы. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, 40 йылдан ашыу гөрләтеп ғүмер кисергән Сәғиҙулла һәм Милә Мәмбәтовтар шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың йорто ауылда йылылыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ утрауын хәтерләтә, унда килгән һәр кем үҙен өйҙәге кеүек хис итә.

Милә Факил ҡыҙы 1964 йылда Мәмбәт ауылында донъяға килгән. Мәктәптә 8-се класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш уҡытыусыны йүнәлтмә менән Иглин районына эшкә ебәрәләр. Бер йыл эшләгәс, тыуған ауылына ҡайта. 1994 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Ә 2003 йылда БР Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлында ул 13 йыл “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире була. 1999 йылдан Мәмбәт урта мәктәбендә химия һәм биологиянан, 2002 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙ һөнәрен яратҡан Милә Факил ҡыҙы талапсан, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларының яратҡан остазы, хеҙмәттәштәре араһында үҙ эшен күңел һалып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған уҡытыусы булараҡ ихтирам ҡаҙана. Тәжрибәле уҡытыусы эшләгән йылдарында йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын да башҡара. Мәғариф өлкәһендә 30 йылға яҡын намыҫлы хеҙмәт итеп, 2020 йылда хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе һәм бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана.
–Дәртләнеп, бар күңелебеҙҙе һалып эшләнек уҡытыуҙан тыш, төрлө саралар үткәреп, башҡорт рухлы балалар тәрбиәләүгә көс һалдыҡ, – ти педагогия хеҙмәте ветераны.
Сәғиҙулла Әхмәҙей улы Мәмбәт ауылында алты бала араһында дүртенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәптә 10-сы класты тамамлағанда аттестат менән бергә тракторға права алып сыға. Сығарылыш кисәһенән һуң, көҙгә тиклем “Маҡан” совхозының Мәмбәт ауылы бүлексәһендә эшләй. Артабан Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водителгә уҡый. Ике йыл Германияла хеҙмәт итә. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып ғүмер буйы водитель булып эшләй. Башта совхозда, Райпо-ла водитель була. Әле хаҡлы ялда ла тик ултырмай таксист булараҡ, район үҙәгенә пассажирҙар ташый. Йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай, әлеге ваҡытҡа тиклем 15 йылдан ашыу ауыл старостаһы була. Октябрҙән апрелгә тиклем клубта ҡаҙанлыҡ операторы ла. Шулай уҡ ул оҫта шахматсы ла. Шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала.
Мәмбәтовтар 1984 йылдың йәмле июль айында сәстәрен-сәскә бәйләй. Яңы өйләнешкән йәштәр башта бәхетте ситтә эҙләп, себер тарафтарына сығып китә. Сит яҡтарҙа бер йыл йәшәгәс, ҡырыҫ тәбиғәтле себерҙе оҡшатмай кире тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар итәләр. “Милә менән бер ауылда йәшәһәк тә, армиянан ҡайтҡас, Сибайҙа таныштыҡ. 4 йыл дуҫлашҡас, өйләнештек. Йүнәлтмә буйынса Иглин районында эшләгәнендә барып алып ҡайттым”, – тип йылмая Сәғиҙулла Әхмәҙей улы. Тыуған ауылдарында төпләнеп, балалар үҫтереп, әлеге көнгә тиклем 42 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерәләр. Өлкән улдары Фирғәт Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Ҡыҙҙары икеһе лә юғары белемле. Сәриә Сибай институты типографияһында эшләй. Тормош иптәше Айгиз менән ике бала үҫтерәләр. Гөлсиә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында ҡағыҙ эшен башҡарыусы, әлеге мәлдә декрет ялында. Тормош иптәше Динар менән бер ул тәрбиәләйҙәр.
– Ҡайным менән 4 йыл, бейем менән 29 йыл бергә торҙоҡ. Мин килен булып төшкәндә өлкән бейемем, йәғни ҡайнымдың әсәһе лә бар ине. Яҡшы кешеләр булды. Бейем менән татыу йәшәнек. Ул бик сабыр, егәрле ҡатын ине. Күп нимәне унан өлгө алдым. Эштән ҡайтһаҡ аш-һыу әҙерләп көтөп торҙо. Бер ҡайҙа китһәк, балалар ҡараулы булды. Бейем мәрхүм булғас, өйҙән ҡот киткәндәй тойолдо. Беҙҙең йәш саҡта ғаилә ҡанундары икенсе ине. Ололарҙы ихтирам иттек, уларҙың фәһемле кәңәштәренә таяндыҡ. Әле бына 40 йылдан ашыу ҡайным ҡорған нигеҙҙе һыуытмай йәшәйбеҙ. Киләсәктә улыбыҙ өйләнеп, был нигеҙ уға ҡалыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти Милә Мәмбәтова.

Мәмбәтовтар күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп гөрләтеп донъя көтә. Ғаилә башлығы йыл да үҙ техникаһы менән Фирғәт улы ярҙамында ҡыш буйына етәрлек бесән әҙерләп ала. Үҙҙәренән артҡанын һатып, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Уңған хужабикә һыйыр ағын эшкәртеп, май-ҡаймаҡ, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек, сыр, һөҙмә күек һөт ризыҡтарынан өҙөлмәйҙәр. “Төп йортта йәшәгәс, даими туғандар килә. Уларға һөт ризыҡтарын әҙерләп, күстәнәскә биреп торам. Каникулда ейән-ейәнсәрҙәр килә. Уларҙы экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән һыйлайым”, – ти Милә Факил ҡыҙы.
Уңған ғаилә мул итеп баҡса ла үҫтерә. Баҡсаларында ниндәй генә емеш ағасы үҫмәй. Былтыр “Ветеран ихатаһы” район бәйгеһендә ҡатнашып, грамота менән бүләкләнгәндәр. Ауыл ерендәге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, илебеҙ буйлап сәйәхәт итергә лә ваҡыт табалар. 2024 йылда Дағстан, Ҡарасай-Черкес Республикаһында, Грозный, Моздок ҡалаларында булып, ер-һыу күреп ҡайтҡандар.
–Тормош булғас, төрлө ваҡыттар була. Ғүмер юлынан бергә атлағанда бер-береңде хөрмәт итеү, ғәфү итә белеү мөһим, – ти Мәмбәтовтар.
Был матур пар улы һәм ҡыҙҙарына өлгө булып тора. Балалары үҙ-ара аңлашыу һәм ярҙам итеү мөхитендә тәрбиәләнеп, ата-әсәләренең иң яҡшы сифаттарын үҙләштергән һәм ныҡлы ғаилә ҡорған. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡартатай-өләсәйҙәренең өлгөһөн күреп, туғанлыҡ бәйләнештәрен ҡәҙерләргә, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә һәм йолаларға һаҡсыл ҡарарға өйрәнә.

Автор:Разиля Байгускарова