Терпе, терпе, энәлекәй...

Терпе, терпе, энәлекәй...Терпе, терпе, энәлекәй...
Терпе, терпе, энәлекәй...

 

 Рәссамдар  үҙҙәренең картиналарында терпене төшөргәндә уларҙы күп осраҡта арҡаһында алма алып китеп барғанын төшөрә. Ысынында иһә бәләкәс кенә энәлекәй терпеләрҙең 36 бөртөк теше булып,  күберәк бөжәктәр, селәүсендәр, сысҡандар менән туҡлана икән. Йәш терпеләрҙең 3000 энәһе, оло терпеләрҙең  яҡынса 6000 мең энәһе була. Ҡаты энәләренең эсе буш, һауа менән тулған. Көндөҙ улар  оялары янынан алыҫ китмәйҙәр,  күберәген төндә йөрөйҙәр. Терпе насар күрә, әммә яҡшы  еҫ һиҙә һәм ишетә.Һыуҙа йөҙә ала.Тәбиғи шарттарҙа терпеләр 5 йыл, йорт шарттарында, зоопаркта 10 йыл йәшәйҙәр.Әгәр йәй буйына үҙенең организмында  500 грамм май йыймаһа, ҡышҡы йоҡоға киткән сағында  асығыуҙан хатта үлеүе ихтимал. Бала терпеләр төп оянан бер айҙан һуң айырымланалар. Йорт-ҡура тирәһенә, баҡсаға килгән терпеләргә һөт түгел, ә һыу ҡалдырығыҙ, ҡайһы бер терпеләргә һөт килешмәй, тип яҙа белгестәр. Энәлекәй бер төн эсендә  200 грамм бөжәкте ашай ала. Терпене ҡул менән тоторға маташҡанда һаҡ булыр кәрәк, сөнки терпенең энәләре араһында талпандар булыуы ихтимал. Энәлекәйҙәрҙең үҙҙәренә арҡаһын таҙаларға аяҡ-ҡулдары бәләкәй,арҡаһына һуҙырға етмәй, шуның өсөн дә улар алма ҡойолған ерҙә тәгәрәп, алманан сыҡҡан һут менән энә араларын таҙаларға  тырыша. Шул саҡта арҡаһына, ысынлап та алма йәбешеп, сәнселеп ҡалыуы мөмкин.

Терпе, терпе, энәлекәй...
Терпе, терпе, энәлекәй...
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас