Степной мәҙәниәт йортонда “Ғаилә усағы: яҡтылыҡ һәм берҙәмлек” сараһы уҙҙы. Ул “Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” брендлы сара, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолдо. Сараға Степной ауылынан бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир әсәһе саҡырылды. Бәхетле ғаилә парҙары – Рәмил һәм Ғилминур Ишемғоловтар, Заяв һәм Зәкирә Әбйәлиловтар, Шамил һәм Алһыу Ишемғоловтар, Владимир һәм Зинаида Юртаевтар сәхнә түрен биҙәне. Степной мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Көнһылыу Ҡоланбаева сараны асып, тантана барышында һәр ғаилә менән айырым таныштырып үтте. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев юбилярҙарҙы тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Тәбрикләүҙәргә урындағы ветерандар советы рәйесе Зәйтүнә Таһирова һәм ғаилә парҙарының балалары һәм туғандары ла ҡушылды. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугир әсәһе Зәйтүнә Йосопова ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уның улы Вәғиз 4 йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Үҙ сиратында сараға саҡырылыусылар үҙҙәренә матур байрам ойоштороуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.