

2026 йылдың икенсе ярты йыллығында үткәрелгән дөйөм отош уйынында ҡатнашыусылар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Үҙ бәхетен һанарға тип квитанцияһын теркәткән даланлы гәзит уҡыусыбыҙ Аҡъяр ауылынан Филүзә Билалова (үлсәгес) бүләк отто.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Башҡа гәзит уҡыусыларҙың отош уйындарында үҙ бәхеттәрен һынап ҡарауҙарын теләйбеҙ. Икенсе юлы, бәлки, нәҡ һеҙгә бәхет йылмайыр. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ. Бүләктәр һеҙҙе көтә!
Ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
2026 йылдың 8 июненән 19 июнгә тиклем 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә редакция аша ташламалы акция иғлан ителә.
►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн 6 айға – 804 һум;
►өйгә илтеп ҡуйыу (Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Федоровка ауылдары) 6 айға – 924 һум.
Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә йәки фотоға төшөрөп Бәйләнештә селтәре аша ебәрергә кәрәк. Бынан тыш «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!
Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-62.