“Урал батыр” эпосы көнө

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының конференциялар залында “Урал батыр” эпосы көнөнә бағышланған сара үтте.

“Урал батыр” эпосы көнө“Урал батыр” эпосы көнө
“Урал батыр” эпосы көнө

Ул Өфө районы Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әлимә Тайсинаның сығышы менән асылды. Йәш милләттәшебеҙ – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсы ҡатнашыусыһы.
Сәләмләү һүҙҙәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли белем биреү бүлеге белгесе Лена Фәйрүзова, Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар тәьминәте бүлеге етәксеһе Әнисә Баймөхәмәтова сығыш яһаны. “Урал батыр” ҡобайырын фәнни йәһәттән өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Закирйән Әминев доклад тәҡдим итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” республика журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина “Тере һүҙ” проектын презентацияланы. Өфө ҡалаһындағы Ғилми-мәғлүмәти-методика үҙәгенең мәктәпкәсә белем биреү бүлеге мөдире Гөлнара Гоголева һәм Өфө районы Шамонин ауылының “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева “Тере һүҙ” проекты буйынса педагогтарға, тәрбиәселәргә методик кәңәштәр бирҙе.
Артабан “Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн уйын комплекты. “Урал батыр” эпосы аша туған телде һаҡлау һәм үҫтереү” темаһы буйынса оҫталыҡ класы ойошторолдо. Уны
проекттың авторы, тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова һәм Хәйбулла районының 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһынан ижади төркөм уҙғарҙы.
Сара һуңында фекер алышыу үтте, проекттар буйынса кәңәштәр бирелде.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

“Урал батыр” эпосы көнө
“Урал батыр” эпосы көнө
Автор:
Читайте нас