Дагировтар ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәйҙәр

-

Дагировтар ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәйҙәрДагировтар ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәйҙәр
Дагировтар ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәйҙәр

Маҡан ауылында йәшәүсе Рәфҡәт һәм Рәмзиә Дагировтар быйыл үҙҙәренең матур ғүмер байрамын – алтын туйҙарын билдәләй.

Дагировтар икеһе лә ишле ғаиләлә үҫә. Рәмзиә Әҡсән ҡыҙы 1955 йылда Йылайыр район Үрге Ғәле ауылында икенсе бала булып донъяға килгән. Бала сағы Ҡаҙырша ауылында үтә. Һабыр мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтерға уҡый. 1975 йылда “Маҡан” совхозына практика үтергә килә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған йәш белгесте совхозда эшкә ҡалдыралар. Шулай итеп, совхозда 36 йыл бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Ғаилә башлығы Маҡан ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл армияла хеҙмәт итә. Рәфҡәт Яныбай улы тәжрибәле иретеп-йәбештереүсе. Был һөнәре буйынса 1972 йылдан совхоз оҫтаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле лә ул иретеп-йәбештереү эшен дауам итә. Һораусылар булһа, баш тартмай. Үҙенең шәхси иретеп-йәбештереү ҡорамалы ла бар.

Дагировтар 1976 йылдың 1 апрелендә ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Ринат хәрби училище тамамлап, 26 йыл хеҙмәт итә, махсус хәрби операцияла ла ҡатнаша. Әле ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны Әлфиә менән бер ҡыҙ, өс ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлнара ла Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, бер ул тәрбиәләй.

Уңған ғаилә иркен, ҙур йорт һалып сыҡҡан, заманында ҡура тултырып мал-тыуар аҫраған ғаилә әле лә һуғымлыҡ мал һәм һарыҡтар тота. Йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп һуйып алалар, баҡсаларында емеш-йәшелсә ишелеп уңа. Был егәрле парға етмеш йәш биреп тә булмай. Икеһе лә йәш сырайлы, һомғол кәүҙәле.

–50 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Тормош бит беҙ теләгәнсә генә бармай. Ғүмер юлында төрлө ваҡыттар булды. Ҡаршылыҡтар ҙа осраны. Әммә бирешмәнек, ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңеп, тырышып донъя көттөк, эштән бушаманыҡ. Әле алтын туйға бергә етеүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Иң мөһиме, һуғыштар бөтһөн, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, илебеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булһын. Балалар тыныс тормошта йәшәһен, – ти Дагировтар.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 22-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас