Иҙрисовтар ғаиләһендә — зөбәржәт туй!

-

Иҙрисовтар ғаиләһендә — зөбәржәт туй!Иҙрисовтар ғаиләһендә — зөбәржәт туй!
Иҙрисовтар ғаиләһендә — зөбәржәт туй!

Маҡан ауылында хөрмәттә, мөхәббәттә, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәүсе парҙарҙың береһе — Айҙар һәм Шәүрә Иҙрисовтарҙың быйыл бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 55 йыл тулған.

Шәүрә Нурғәле ҡыҙы 1950 йылдың ғинуар айында Ялан Ҡыпсаҡ ауылында донъяға килгән. Һуңынан 1961 йылда ғаиләләре менән Быҙаулыҡ ауылына күсәләр. Мәктәптә яҡшы уҡыған ҡыҙ ауылда 8-се класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә.
—Педагогия училищеһына уҡырға барғанда, апайым 3-сө курста ине. Ике йыл бергәләп уҡыныҡ. Диплом алғас, үҙебеҙҙең Быҙаулыҡ мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Ата-әсәйем дә уҡытыусы булды. Шуға күрә беҙ ҙә уларҙың юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ, — ти Шәүрә Нурғәле ҡыҙы. 
Ветеран-уҡытыусы 30 йыл башланғыс кластарҙа уҡыта. Тәжрибәле уҡытыусының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән билдәләнә.

Ғаилә башлығы сығышы менән Ишмөхәмәт ауылынан. Ишмөхәмәттә башланғыс класты тамамлағас, Һамар мәктәбендә уҡый. «Аҡъяр» совхозының Быҙаулыҡ бүлексәһендә тракторсы булып эшләй. Республикала йәштәр араһында ер һөрөү буйынса 1-се урын алып, «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы менән наградлана. Артабан Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, йәш белгесте «Аҡъяр» совхозына гараж мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан ике йыл Йылайыр совхоз-техникумында уҡыта. 1983 йылда Маҡанға күсеп, «Маҡан» совхозында инженер, оҫтахана мөдире, баш энергетик була. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте «В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы, бихисап Почет грамоталары менән баһалана.
—Совхоз тарҡалғас, район үҙәгендә ауыл хужалығы идаралығында эшләнем. Һуңынан райондың баш энергетигы булдым. Аҡъяр тау колледжы асылғас, унда 8 йыл уҡыттым. 45 йыл дөйөм хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә үҙемә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡараным, — ти эшләгән йылдары хаҡында Айҙар Сәлихйән улы.

Иҙрисовтар 1971 йылдың февраль айында ғаилә ҡора. Өлгөлө пар 3 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған. 

 

Мәҡәлә тулыраҡ 22-се һанда.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас