Рух һәм берҙәмлек байрамы

Хәйбуллалар "Дала моңо" исемле ижади майҙанға йыйылды

Рух һәм берҙәмлек байрамыРух һәм берҙәмлек байрамы
Рух һәм берҙәмлек байрамы

Сараны Өфөләге "Ҡанифа юлы" ирекмәндәр ойошмаһы үткәрҙе. Шишмә районы Турахан кәшәнәһе ерендә ҡурай моңдары, нәфис һүҙ, халыҡ йырҙары яңғырап торҙо. Яҡташтар йырлап-бейеп күңел асты. Уҡ атыу, тоҡ кейеп һикереү, йомортҡа һалып ҡалаҡ менән йүгереү, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡыу һәм башҡа уйындарҙа теләп ҡатнашты.
"Тура-Хан" визит-үҙәгенә экскурсия тарихи үткәнебеҙ менән танышырҙы, уның бөйөклөгөн тойорға ярҙам итте.
Ҡаҙан ашы, былау, шишмә һыуынан самауыр сәйе, милли ризыҡтарҙан әҙерләнгән һыйлы табын хәйбуллаларҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтте.
Рух байрамы, тарихи ҡомартҡылар, сал ҡылғандар көс-дәрт бирҙе. "Дала моңо" ижади майҙан хәйбуллаларҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас