

Маҡан ауылынан Зәлиә һәм Нил Дәүләтшиндар колхоз-совхоздар гөрләп торған саҡта Хәйбуллаға күсеп, дала яҡтарын үҙ төйәге итеп, балалар үҫтереп матур донъя көткән күркәм ғаилә.
–Тормош иптәшем Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, ә мин Стәрлетамаҡ районы Уҫылы ауылынан. Хәйбулла яҡтарына 1978 йылдың апрелендә күсеп килдек. Бында күскәндә тәүге балабыҙға өс кенә ай ине. Башта “Таналыҡ” совхозына эшкә урынлашып, 9 йыл Әҙел ауылында йәшәнек. Балаларҙы алыҫҡа йөрөтөп уҡытмаҫ өсөн 1986 йылдың август айында Маҡанға күстек, сөнки Әҙелдә башланғыс мәктәп кенә булды, – тип хәтирәләр ебен һүтте Зәлиә Мирсәйет ҡыҙы.
Дәүләтшиндар Маҡанға күскәс, совхозда ең һыҙғанып эшләйҙәр, фатир алалар. Ғаилә башлығы механизатор була, бригадир вазифаһын да башҡара, хужабикә төрлө эштәрҙә эшләй, һуңынан балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Һәр эшкә яуаплы ҡарап, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡаралар. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Наил ғаиләһе менән Маҡанда йәшәй, ул оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләй. 2020 йылда иң яҡшы комбайнсы булараҡ Наил Нил улы «Шевроле-Нива» автомобиле менән бүләкләнгән. Ҡыҙҙары Лилиә Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлап, лицейҙа лаборант булып эшләй. Кинйә улдары Радик янғын һүндереү һағында хеҙмәт итә.
–Балаларыбыҙ барыһы ла уңышлы эшләйҙәр. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. 4 ейәнсәребеҙ һәм бер ейәнебеҙ – ҡыуанысыбыҙ. Ейәнебеҙ әле армияла, ял көндәрендә беҙгә шылтыратып хәлебеҙҙе белешеп тора. Имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын көтәбеҙ, – ти Дәүләтшиндар.
Дәүләтшиндар әле булһа ла мал-тыуар аҫрай. “Малды бөтөрөргә уйламайбыҙ әле. Был саҡта нимә менән көн үткәрәһең?! Мал ҡарап, хәрәкәтләнеп йөрөү, энергия, көс-дәрт бирә”, – ти Нил Рәшит улы. Был күркәм парҙың киләһе йылда бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тула. Ике йылдан Хәйбуллаға күсеп төпләнеүҙәренә лә ярты быуат була.
–Хәйбуллаға йәшәргә күскәс, ара алыҫ тип торманыҡ, атай-әсәйҙәребеҙ иҫән саҡта үҙебеҙҙең тыуған яҡҡа йыш ҡайттыҡ. Мотоцикл менән дә йөрөнөк. Унан машина алдыҡ. Ҡаланы ташлап, бында күсеп килеүебеҙгә бер ҙә үкенмәйбеҙ. Матур тормош һәм хеҙмәт юлы үттек. Бөтөн йәшлегебеҙ ошо Хәйбулла далаларында үтте. Инде өлкәнәйгән көнөбөҙҙә имен-һау йәшәргә яҙһын, – ти Дәүләтшиндар.
Быйыл Нил Рәшит улы, ә киләһе йыл Зәлиә Мирсәйет ҡыҙы үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләйәсәк. Был күркәм пар ҡартайҙыҡ, тип бошонмай, барына шөкөр итеп, балаларына терәк-таяныс булып донъя көтәләр. Гәзит-журналдар алдырып, эштән бушаған арала район, республика яңылыҡтары менән танышалар, спорт каналын яратып ҡарайҙар, айырыуса хоккейҙы үҙ итәләр.
Хәйбулла яҡтарын төйәк иткән һәм өлгөлө ғүмер юлы үткән Дәүләтшиндарға иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.