

Районыбыҙҙа тулы мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыуҙың ысын миҫалы булған өлгөлө ғаиләләр бихисап. Аҡъяр ауылынан Ғәзиз һәм Динә Ишемғоловтар ҙа шундай һоҡланғыс парҙарҙың береһе.
Динә Мөхәмәт ҡыҙы Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, 11 йыл Аҡъяр тау колледжында, һуңынан өс йыл “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһында уңышлы эшләй. Артабан үҙенең һөнәрен сәскәләр донъяһында таба. “Ғаилә” сауҙа үҙәгендә «Минең королева» сәскәләр студияһын булдыра.
Степной ауылы егете Ғәзиз Рәмил улы хәстәрлекле ғаилә башлығы, балаларына өлгөлө һәм яҡшы атай. Уның өсөн ғаилә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Әле Ғәзиз Рәмил улы үҙен еңел булмаған, әммә абруйлы хеҙмәткә бағышлап, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында шахтер булып эшләй. Сәнәғәт өлкәһендә белемен камиллаштырыу маҡсатында бер үк ваҡытта ситтән тороп Екатеринбургта Урал дәүләт тау университетында уҡый. Шахтала эшләгәнгә тиклем Ғәзиз Рәмил улы 15 йылдан ашыу Степной мәктәбендә физкультуранан уҡыта. Ул – рус лаптаһы буйынса спорт мастерына кандидат. Бөгөнгө көнгә тиклем ул Степной мәктәбендә балаларға футбол һәм лапта буйынса күнекмәләр үткәрә. Уларҙы ярыштарға алып йөрөй.
Ишемғоловтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 14 йыл. Уларҙың өс улы мөхәббәт, хәстәрлек һәм ихтирам мөхитендә үҫә, ата-әсәһенең иң яҡшы сифаттарын үҙләштерә.
Мәҡәлә тулыраҡ 19-сы һанда.