Бәхетле ҡартлыҡ - тормош бүләге

Аҡъяр ауылында йәшәүсе һуғыш осоро балаһы, хеҙмәт ветераны Әминә Ҡоҙабаева үткән йылда 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ул лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән ихтирамлы ағинәй.

Бәхетле ҡартлыҡ - тормош бүләгеБәхетле ҡартлыҡ - тормош бүләге
Бәхетле ҡартлыҡ - тормош бүләге

 1940 йылда Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән Әминә Әхмәтзәкир ҡыҙы 9-сы класты тамамлағас, штукатур-маляр һөнәрен алып, йүнәлтмә менән Аҡъяр ауылына эшкә килә. Бер йыл төҙөлөштә эшләгәс, Аҡъярҙа киске уйында  үҙ яртыһын осратып, Ревмир Ҡоҙабаев менән ғаилә ҡоралар һәм бер йыл йәшәгәс,  никахтарын рәсми теркәйҙәр.  Йәш парҙың бер-бер артлы балалары донъяға килә. Әминә Әхмәтзәкир ҡыҙы 38 йыл бейеме менән бергә йәшәйҙәр.

- Бәләкәй генә ауыл өйөндә бейем, ҡайнаға, ике бикәс менән бергә ишле ғаилә булып татыу йәшәнек. Күпләп мал-тыуар, һарыҡтар аҫраныҡ, ҡош-ҡорт тоттоҡ. Әле лә ҡул ҡаушырып ултырмайым, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерәм, - ти Әминә Ҡоҙабаева.

Ҡоҙабаевтар биш балаға ғүмер биреп, уларға матур тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һынауҙар ҡуйып, улар ике балаларын юғалтыу ҡайғыһын кисергән. Ҡалғандары район үҙәгендә матур тормош көтәләр. Ҡоҙабаевтар 65 йыл бергә татыу ғүмер кисергәндәр. Үкенескә күрә,   Ревмир Сәйфулла улы яҡты донъяларҙа юҡ инде. Ул 17 йәшендә  Бүребай руда идаралығында хеҙмәт юлын башлай. Артабан 3 йыл ярым армияла хеҙмәт иткәс, район ҡулланыусылар союзында сауҙа эштәре буйынса белгес булып эшләй. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар коммуналь хужалыҡта коммендат инженер булып эшләп, 1997 йылда хаҡлы ялға сыға. “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.

Әминә Ҡоҙабаева китапханала ла, почтала ла  эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 39 йыл тәшкил итә. Тырыш хеҙмәте менән коллективта абруй ҡаҙана. Бөгөн Әминә Әхмәтзәкир ҡыҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.  Өлкән ҡыҙы Гүзәл Саҡмағош кооператив техникумын тамамлап, һатыусы булып эшләп, әле хаҡлы ялда. Гөлназ Рәсәй һаҡлыҡ банкының Сибай бүлексәһенең өҫтәмә офисы мөдире, кесе улы Ғаяз электромонтер һөнәрен үҙләштергән.

Ҡоҙабаевтар оҙаҡ йылдар район гәзитенең тоғро дуҫы. Ике телдә сыҡҡан район гәзиттәрен йыл да яҙҙырып, тормош иптәше иҫән саҡта бергә алмашлап уҡығандар.

-Районкала уҡымлы мәҡәләләр күп баҫыла. Гәзиттәрҙең йөкмәткеләре оҡшай. Күп йылдар почтала эшләнем, подписка менән шөғөлләндем, хатта индекстарын яттан белә инем. Ул заманда халыҡ ваҡытлы матбуғатҡа дәррәү яҙылды.  Шул иҫәптән беҙ ҙә йыл да 5-6 дана гәзит-журналға яҙыла инек, Бабайым һәр саҡ редакцияға барып, квитанцияһын теркәтә ине. Бүләктәр ҙә оттоҡ, хатта төп приз – самауырға бәхет йылмайҙы,  - тип хәтирәләргә бирелде мәҡәләм геройы.

Әминә Ҡоҙабаеваның зауыҡ менән эшләнгән йортона барып ингәс тә өй түрендәге том-том китаптар ҡуйылған шкаф кәштәһе күҙгә ташланды. Улар бында әҙәбиәт һөйөүселәр йәшәүен дәллиләй. Һәр һанда Илдар Ғәбитовтың сканвордын да бик ихлас сискәндәре күренеп тора.

-Ғүмер юлында төрлө мәлдәр булды, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне. Бәхетте татыулыҡта, балалар үҫтереүҙә таптыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бер-беребеҙҙе аңлап һәм ихтирам итеп йәшәнек, - ти Әминә Әхмәзәкир ҡыҙы.

Мәҡәләм геройына иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалам.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас