

Халыҡҡа хеҙмәт итеү – еңел булмаған һөнәр һәм ҙур яуаплылыҡ. Таналыҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең 1-се категория белгесе Фәйрүзә Ҡәйепова 20 йылдан ашыу ауыл биләмәһе мәнфәғәте өсөн көн дә тырышып, күңел һалып хеҙмәт итә. Уның һөнәри эшмәкәрлеге юғары һөҙөмтәгә, бурыстарҙы ваҡытында, оператив һәм юғары сифатта үтәүгә йүнәлтелгән. Ул һәр яҡтан грамоталы һәм яуаплы, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле хеҙмәткәр. Тырышлығы, һөҙөмтәле хеҙмәте, ярҙамсыллығы һәм ихласлығы менән халыҡтың ихтирамын яулаған.
–Хеҙмәт юлымды “Таналыҡ” совхозында бухгалтер булып башланым. Артабан баш бухгалтер урынбаҫары, баш бухгалтер вазифаларын башҡарҙым. 2005 йылда, шул ваҡыттағы Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Таһир Йәғәфәр улы ауыл хакимиәтенә баш бухгалтер итеп эшкә саҡырҙы. Шунан алып 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Иҫәп-хисап эштәре үҙәкләштерелгән бухгалтерияға күсерелгәнсе – баш бухгалтер, унан әлеге көнгәсә ауыл хакимиәте белгесе булып эшләйем, – тип эше тураһында бәйән итте Фәйрүзә Нарат ҡыҙы.
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты, Башҡортостан Республикаһы муниципаль ойошмалар ассоциацияһы һәм район хакимиәтенең Почет грамоталары менән билдәләнгән.
–Ауыл биләмәһе – ул бер йортта йәшәгән ҙур ғаилә кеүек. Бәләкәй өйгә нимә кәрәк, ҙур өйгә лә шул кәрәк. Ауыл хакимиәте шул ҙур ғаиләнең килеп сыҡҡан проблемаларын, һорауҙарын хәл итеүсе, байрамдарын ойоштороусы, кәрәк булһа ярҙам ҡулы һуҙыусы, кәрәккәндә «ҡайыш» менән дә һыҙырып алыусы ойошма инде. Коллектив ҙур түгел – 7 кеше эшләйбеҙ. Берҙәм ғаилә кеүек шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа уртаҡ. Эш көнөбөҙ киске сәғәт 5-тә тамамлана тип әйтеп булмай. Ауыл халҡы үҙ һорауҙары менән урамда туҡтатыуҙары, кис көнө өйгә лә шылтыратыуҙары мөмкин. Беҙҙең эштә иң мөһиме, һөнәри белем түгел, ә кешелекле булыуҙыр ул. Кешенең социаль торошона ҡарамай уны тыңлай белеү, хәленә инеү, ышанысын яулау мөһим, – тип һүҙен дауам итте тәжрибәле белгес.
Хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарағандар ғына хеҙмәттәштәре, етәкселәре тарафынан ихтирам ҡаҙана, халыҡ һөйөүен яулай. Шундай белгестәр иҫәбендә Фәйрүзә Ҡәйепова. Уның быйыл “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” муниципаль конкурсында “Урындағы үҙидара органдарының иң яҡшы хеҙмәткәре” номинацияһына лайыҡ булыуы ла быны асыҡ дәлилләй.
–Әлбиттә, хеҙмәтемде юғары баһалағандары, хөрмәт иткәндәре өсөн етәкселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Был исем хеҙмәттәштәрем һәм ауылдаштарым алдында ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй, – ти ул.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ Фәйрүзә Нарат ҡыҙын һәм райондың барлыҡ урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләйбеҙ, халыҡ мәнфәғәтенә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 15-се һанында.