ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Февраля , 05:29

Хыялы – яңынан хеҙмәт иткән яҡтарҙы күреү

-

Хыялы – яңынан хеҙмәт иткән яҡтарҙы күреүХыялы – яңынан хеҙмәт иткән яҡтарҙы күреү
Хыялы – яңынан хеҙмәт иткән яҡтарҙы күреү

Элек-электән ир-егеттәр илдең терәге, һаҡсыһы, ҡурсалаусыһы булған. Армияға алынып флотта хеҙмәт итеү кәүҙәһе һәм рухы менән көслө ысын ир-аттарҙың өлөшөнә яҙған тәҡдир. Бүребай ауылында йәшәүсе Риф Азаматов та 1990-1992  йылдарҙа  Хәрби-диңгеҙ фло­тында хеҙмәт итә. Бала саҡтан сит ҡитғалар хаҡында, десантсы йәиһә моряк булырға хыяллана ул. Хыялы тормошҡа аша. Ике йыл буйына Тымыҡ океан буйында Ватан алдын­дағы бурысын үтәй һәм әле һаман хеҙмәт итеү йылдарын  йылылыҡ менән иҫкә ала.

  • 1990 йылдың 16 ноябрендә армияға алынғас, Тымыҡ океан флотына эләктем. Башта бер йыл Владивостокта Русский утрауында Ворошиловской батареяла яр буйы һағында өлкән матрос булып хеҙмәт иттем. Артабан беҙҙе Вьетнамға Камрань ярым утрауына ебәрҙеләр. Владивостоктан Вьетнамға тиклем 10 көн кораблдә йөҙөп барҙыҡ. Беҙ сыҡҡанда Владивостокта һыуыҡ ҡыш, буран ине, бында килһәк йылы. Беҙгә йәйгесә кейенергә ҡуштылар. Вьетнамда тағы ла бер йыл хеҙмәт итеп, портты һаҡланыҡ. Йылы яҡ булғас, пальмалар үҫә, тәбиғәте матур, әммә ямғыр күп яуа ине. Маймылдар йөрөй торғайны. Туҡланыу яғы  яҡшы булды, үҙебеҙҙә күрмәгән банана, ананас, кокос кеүек емештәр ашаныҡ. Улар ағаста үҫеп ултыра ине. Диңгеҙҙә хеҙмәт итеүселәрҙең йолаһы буйынса  тоҙло һыу тәмләп ҡарарға ла тура килде. Көн һайын тышта экранда кино күрһәтә торғайнылар. Демобилизацияланғас, самолет, поезд булмай бер-ике көн  Владивостокта ятырға тура килде. 1992 йылдың 30 декабрендә  тыуған яҡҡа ҡайттым, - тип хеҙмәт йылдары хаҡында һөйләне Риф Тәлғәт улы.

Әлбиттә, ауылда тыуып үҫкән егет­тәр һалдат тормошона еңел өйрәнә, ауырлыҡтарға бирешмәй, сыҙамлы була. Әрме сафында ир-егеттәр ҙур һынау үтә.

- Хеҙмәт иткән йылдарҙы һағынып иҫкә алам, айырыуса Вьетнамды ҡабат барып күрге килә. Йыл һайын Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә диңгеҙҙә хеҙмәт иткән яҡташтар менән осрашып, матрос булған саҡтарҙы хәтерләп алабыҙ. Армияла хеҙмәт итеү – егеттәрҙе сыныҡтыра, донъяға ҡарашын үҙгәртә. Шуға күрә йәше еткән, һау-сәләмәт һәр егеткә Ватан алдындағы бурысын үтәү мөһим тип иҫәпләйем. Үҙемдең өлкән улым Рәмзил дә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, кесеһе һаулығы буйынса бара алманы. Әлбиттә, йәш егеттәргә армияға үҙҙәрен физик яҡтан әҙерләүе, спорт менән дуҫ булыуы мөһим. Мәктәп йылдарында үҙем дә еңел атлетика менән шөғөлләндем, алыҫ дистанцияларға йүгереүгә шәп булдым, гел  1-се урын ала инем. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгергә теләгәйнем, әммә ауырлығым етмәү сәбәпле алманылар. Шулай ҙа хәрби-диңгеҙ флотына эләгеүемә бер ҙә үкенмәйем,   - ти әңгәмәсем.

Әле Риф Тәлғәт улы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә Октябрь ер аҫты руднигында электргаз иретеп-йәбештереүсеһе булып эшләй. Күп йылыҡ хеҙмәте өсөн комбинаттың һәм УГМК-ның Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ҡатыны Фәрҙиә Азамат ҡыҙы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Рәмзил һәм Фәнил Норильск ҡалаһында шахтала эшләйҙәр, өйләнгәндәр, кәләштәре менән балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Зарина Аҡъяр тау колледжында 3-сө курста белем ала. Бер ейәнсәре һәм бер ейәне ҡартатайҙың ҡыуанысы.

-Армияла алған һабаҡ, сынығыу тормошта ла ярҙам итә. Моряк — ул хеҙмәт йылдары ғына түгел, ә ғүмерлек, - тип һүҙен тамамланы Риф Тәлғәт улы.

Элекке моряк  Риф Азаматовты яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас