Хаҡлы ялдағылар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында үткәрелгән сираттағы “Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар” район конкурсына йомғаҡ яһалды. Өфө ауылында үткән сарала Һамар һәм Өфө ауылы биләмәһенән иң яҡшы баҡсасылар, ҡул эше оҫталары, йәғни иң өлгөлө 9 ихата ҡатнашты. Араларында иң өлкән ҡатнашыусы Өфө ауылынан һуғыш осоро балаһы 87 йәшлек Таисия Плеханова ине. Әйтергә кәрәк, “Ветеран ихатаһы” конкурсы матур йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырыусы кешеләрҙе йәлеп итә бара. Был хеҙмәт кешеләренә хөрмәт күрһәтеү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәр өсөн яҡшы өлгө. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова билдәләүенсә, икенсе йыл конкурс зоналарға бүлеп үткәрелә.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Бәйгеселәрҙең береһенән-береһе матур күргәҙмәләре һоҡланып туя алмаҫлыҡ ине. Аллы-гөллө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсәләр, һөт ризыҡтары һәм үҙенсәләкле ҡул эштәренең ниндәй генә төрө юҡ ине. Ветерандар һәммәһе лә үҙ күргәҙмәһе менән таныштырып һөйләп үтте.
Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Конкурс йылдан-йыл популяр була бара һәм үҙенә бихисап ҡатнашыусылар йәлеп итә. Ер эшенә мөкиббән киткән оло йәштәгеләр конкурста ҡатнашып, үҙҙәренең ижади потенциалын тормошҡа ашыра. Райондың оҫта баҡсасылары ҡаҙаныштары, яңы уңыштары менән һөйөндөрә. Уларҙан күреп, башҡаларҙа ла тағы ла матурыраҡ һәм уңдырышлыраҡ баҡса үҫтереү теләге уяна.