Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Июнь , 19:31

Кешелектән сығарыуы ихтимал

Тора-бара ул күпселек социаль бәйләнештәрҙән, дуҫ-иптәштәрҙән алыҫлаша, туғандарынан ҡолаҡ ҡаға, уның бар хәстәре – сираттағы дозаны нисек тә эҙләп табыу.

Кешелектән сығарыуы ихтимал
Кешелектән сығарыуы ихтимал

Наркотиктар ҡулланыуҙың таралыуы һәм наркотикка бәйлелек – хәҙерге замандың иң етди проблемаларының береһе. Наркотик матдәләр нервы системаһына йоғонто яһай һәм кеше аңында үҙгәреш тыуҙырыуға һәләтле. Бөтә наркотиктар ҙа баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша, уларҙы үҙгәртә һәм бәйлелек барлыҡҡа килтерә, кешене даими рәүештә психоактив матдәләр ҡабул итеүгә мәжбүр итә.

Наркомания –  ул психоктив матдәләргә тотоп тыйғыһыҙ тартылыу. Уның үҫешенең төп билдәһе – наркотикка күнегеү, дозаһын һәм йышлығын арттырыу кәрәклеге, наркотиктан физик бәйлелек тыуыуы – сираттағы доза булмағанда абстинентлы синдром барлыҡҡа килеүе йәғни “ломка” башланыуы. Бөтә психоактив матдәләр ҙә ағыу ул, мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы һөҙөмтәһендә наркомандың фекер йөрөтөүе боҙола, интеллекты һәм хәтере кәмей.

Наркотиктар ҡулланыу психиканы үҙгәртә, кеше үҙ эсенә йомола, хис-тойғоһо ярлылана, хәрәкәте боҙола. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотик ҡабул итеү уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға юлыҡтыра. Наркомандарҙың йөрәк мускулы туҙа, иммунитеты кәмей. Энәләрҙе йыш ҡулланғанлыҡтан һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәнлектән, наркомандар йыш ҡына бер-береһен В һәм С гепатиты, сифилис һәм ВИЧ-инфекция  менән зарарлай.  

Наркомандар араһында күпселек –  35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр. Күптәр ағыу йәтмәһенә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән барып эләгә, “компания өсөн”, өлкәнерәк күренеү өсөн, яңы тойғолар кисереү өсөн. Тора-бара ул күпселек социаль бәйләнештәрҙән, дуҫ-иптәштәрҙән алыҫлаша, ҡолаҡ ҡаға, уның бар хәстәре – сираттағы дозаны нисек тә эҙләп табыу. Наркомандар оҙаҡ йәшәмәй, һөҙөмтәлә йәштәр араһында үлем күрһәткесен арттыралар.

 Фото: Республика клиник наркология диспансеры.

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас