Иҫәнгилде ауылынан донъя көтөүгә тырыш, күркәм холоҡло Сибәғәтуллиндарҙың етеш тормошона, йүнселлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ҡуралары тулы мал-тыуар, баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй.
Сибәғәтуллиндарҙың ғаиләһе 1991 йылда барлыҡҡа килгән. Октябр айында бергә йәшәүҙәренә 34 йыл тула.
Миңнур Сибәғәтуллина Әбделнасир ауылы ҡыҙы. Әле мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләй. “Татыу, эшһөйәр ғаилә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап уңған, уҡыу алдынғылары булды”, - тиҙәр таныштары улар хаҡында.
Зәйнулла Исмәғил улы оҙаҡ йылдар совхозда тракторсы була, әле 14 йыл “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында водитель булып эшләй. “Тормош иптәшем балта оҫтаһы. Техниканы яҡшы белә, ҡулынан килмәгән эше юҡ”, - ти Миңнур апай.
Сибәғәтуллиндар 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Өлкән ҡыҙҙары Миңзәлә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. БДПУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Тормош иптәше Венер менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Азамат юридик белем алған. Әле ул ғаиләһе менән Сибайҙа йәшәй. Ҡатыны Альбина менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Игеҙәк улдары Нуриман һәм Нурулла Сибай күп профилле колледжын уңышлы тамамлап, әле Мурманск өлкәһендә хеҙмәт итәләр.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 22-се һанында