Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙарҙың әсәләре уҡыусылар менән осрашты

  

Яугирҙарҙың әсәләре уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙарҙың әсәләре уҡыусылар менән осрашты

Үҙәк район китапханаһында Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә «Көс. Батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ» тип исемләнгән  кисә үтте.

Осрашыуҙа   яугирҙарҙың әсәләре һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы “а” класы уҡыусылары менән ҡатнашты.

Үҙәк районы китапхана хеҙмәткәре Лира Такалова ҡояштай йылмайып, килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Осрашыу барышында яугирҙарҙың әсәйҙәре улдары тураһында ентекләп һөйләп, уларҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтары хаҡында ла әйтеп үттеләр. Әйткәндәй, илһөйәр егеттәрҙең барыһы ла матур тәрбиә алып, уңышлы уҡып сығып, һөнәрҙәр үҙләштереп, тормошонда үҙ юлын тапҡандар. МХО иғлан ителгәс, яҡташтарыбыҙ тәүгеләрҙән булып, Тыуған ил именлеге һағына баҫалар.

Эйе, был һуғыш бөтөнләй икенсе – унда башлыса заманса технологиялар ярҙамында һуғышалар. Әлбиттә, баштан уҡ күптәр быға әҙер булмайҙар, ләкин көслө рухлы, сос, батыр яугирҙарыбыҙ бөтә нәмәгә лә тиҙ өйрәнеп-күнегеп, яу ҡырында һынатмайҙар, дошман дрондары менән көрәштә лә яңынан-яңы алымдар уйлап табып торалар. Хәйбуллалар яҡташтарына һәр яҡлап ярҙам итергә тырышалар, маскировкалау селтәрен үрәләр, дрондарға ҡаршы одеялдар һәм ҡормалар тегәләр, окоп шәмдәре ҡоялар һәм башҡалар.

Китапхана хеҙмәткәре Сирина Исламова “Геройҙар дәүере” тип исемләнгән китап күргәҙмәһенә төплө байҡау яһаны.

“Уҡыусыларға теләк бер генә – тырышып уҡығыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ һәм мотлаҡ спорт менән шөғөлләнегеҙ”, – тигән изге теләктәрен еткерҙе яугирҙарҙың әсәйҙәре.

Бөгөнгө һынылышлы дәүерҙә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ. Осрашыуҙа ҡатнашҡан әсәйҙәргә, егеттәргә именлек, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер, тиҙерәк еңеү менән имен-аман ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Фатима Ҡоҙабаева.

Аҡъяр ауылы.

 

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас