Яҙмыш һынауҙары алдында баш эймәй, тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп 50 йылдан ашыу бергә атлаған Атингән ауылынан Зәүер һәм Гөлсимә Ураҙғоловтарҙы күптәргә өлгө итеп ҡуйыр инем.
Ураҙғоловтар икеһе лә сығышы менән Урыҫбай ауылынан. 1972 йылдың ноябрендә ғаилә ҡоралар. Ауылда бер аҙ йәшәгәс, 80-се йылдар башында Ырымбур өлкәһенә йәшәргә күсәләр.
-Ирем менән бер урамда уйнап үҫтек, бер класта уҡыныҡ. Өйләнешеп ярты йыл йәшәгәс, майҙа армияға оҙатып, бейем һәм ҡайным менән йәшәп ҡалдым. Августа тәүге улыбыҙ Тәбрик донъяға килде, атаһын бергәләп көтөп алдыҡ. Урыҫбайҙа 11 йыл торғас, балалар интернатта йәшәмәһен, русса белһен тип, Ырымбур өлкәһенә күстек. 23 йылдан һуң, Атингәнгә күсеп ҡайттыҡ, - тип әңгәмәне башланы Гөлсимә Мөҙәрис ҡыҙы.
Гөлсимә Мөҙәрис ҡыҙы хеҙмәт юлын “Салауат” колхозында һауынсы булып башлай. Һуңынан һатыусы, интернатта тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Зәүер Йәнтимер улы хеҙмәт юлында совхозда шофер, тракторсы, комбайнсы була. Алдынғылар рәтендә эшләй. Һуңғы йылдарҙа фермер хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға.
Ураҙғоловтар биш ул тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Ураҙғоловтар ғаиләһенә лә әсе яҙмыш һынауҙары аша үтергә тура килә. Көтмәгәндә Гөлсимә Мөҙәрис ҡыҙы юл-транспорт һәләкәтенә эләгеп, аяҡтан яҙа. Шулайҙа ул үҙендә артабан йәшәргә көс таба. Әлбиттә, бында тормош иптәше һәм улдарының терәк-таяныс булыуы, һәр яҡлап ярҙам итеүҙәре, хәстәрләп тороуы ҙур роль уйнай.
-Тормош иптәшем терәк-таянысым, уң ҡулым, хәстәрләп, ҡыйын саҡта йыуатып тора. Туғандарға ҡунаҡҡа, ауыл мәҙәниәт йортонда, ҡырҙа үткән сараларға ҡалдырмай алып йөрөй. Улдарыбыҙ, ейән-ейәнсәрәбеҙ даими килеп ярҙамлашалар. Килендәрем килеп йортто йыйыштырып, йыуып, таҙартып ҡайталар. Рәхмәт уларға. Былай өйҙәге ваҡ-төйәк эште үҙем яйлап йөрөп эшләйем, - ти Гөлсимә апай.
Бөгөн улдарының барыһы ла үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтә. Өлкән улдары Тәбрик Новотроицк, Вадим Орск, Илдус Учалы, Айрат Нижневартовск ҡалаһында, кинйәләре Азат Иглинда йәшәй. 6 ейән һәм 5 ейәнсәр Ураҙғоловтарҙың ҡыуанысы. Былтыр иң өлкән ейәнсәрҙәре Альбина кейәүгә сығып, Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән ҡартатай һәм ҡартәсәй бүләсәр һөйөү шатлығын да кисерер әле.
Ураҙғоловтар йыл һайын 50-ләп ҡош-ҡорт тота, мул итеп баҡса үҫтерәләр. Хужабикә ҡыш буйына етәрлек төрлө салат-тоҙламалар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләп ала. Ҡул эштәре шөғөлләнә, бәйләй. Сәләмәт мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай, тырышып донъя көтә.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 16-сы һанында