ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Апреля 2025, 16:26

Быйыл май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

  

Быйыл май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?Быйыл май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?
Быйыл май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында май байрамдарында ял көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙөләр.

«1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө ял көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән ялдар 4 ғинуарҙан 2 майға һәм 23 февралдән 8 майға күсерелде.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа, шулай уҡ 8-11 майҙа ял итәбеҙ.

Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре», — тиелә ведомство белдереүендә.

2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй. 

Фото:Галина Бахшиева
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас