Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Март , 10:53

Башҡорт КВН-сылары төбәк-ара фестивалдә Гран-при яуланы!

   

Башҡорт КВН-сылары төбәк-ара фестивалдә Гран-при яуланы!
Башҡорт КВН-сылары төбәк-ара фестивалдә Гран-при яуланы!

Башҡортостандың КВН командаһы Ҡазанда «Әйҙә, ШаяРТ!» КВН фестивалендә гран-при алды. Был хаҡта Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ҡазанда Татар КВН лигаһының «Әйҙә, ШаяРТ!» фестивале уҙҙы. Был фестиваль 2025 йылғы миҙгелде башлап ебәрҙе. Унда Ҡазандан, Татарстандың һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан йәмғеһе 21 команда ҡатнашты. Фестивалдән һуң иң яҡшы командалар телевизион миҙгелгә һайлап алына.

Башҡортостан командаһы һайлап алыуҙың алдан үткәрелгән этабында еңеү яуланы һәм сирекфиналға сыҡты, уйын 4 июндә була. 

Фото:Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас