Гәзит-журналдарға яҙылған республика халҡы ике акцияла ҡатнашты: "Яҙыл да от" һәм "Яңы йыл марафоны". Тиҙҙән бүләктәр Хәйбулла, Өфө, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарына юлланасаҡ.
Гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы иҫтәлекле бүләктәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә тоғро дуҫтар булып ҡалығыҙ, "районка" менән бергә булығыҙ.
Бынан алда хәйбуллалар ҡар таҙартыу машинаһы, планшет, ноутбук, робот-саңһурҙырғыс та отҡайны. Ҡиммәтле бүләктәрҙең бәхетле эйәһе һеҙ ҙә була алаһығыҙ. Квитанциялар ебәрегеҙ, отош уйындарында ҡатнашығыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән 31 мартҡа 2025 йылдың икенсе яртыһына элекке хаҡтар менән яҙылырға була. Быны почта аша ла, rbsmi.ru сайтында онлайн рәүештә лә эшләргә мөмкин. Бының өсөн «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә кәрәкле гәзитте йә журналды һайлап, ғәмәлде башҡарып ҡуйырға була. Унда баҫма вариант та, электрон версия ла бар. Был осорҙа уҙған ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса ташлама менән яҙылырға мөмкин. "Гәзит-журналдарға яҙыл һәм бүләк от" акцияһында ҡатнашыу өсөн квитанцияларҙы ебәрергә онотмағыҙ.
Фото: "РБ" нәшриәт йортонан.
Самореклама. ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан» ИНН 0278066967 ERID: 2Vtzqxaete1.