Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Ғинуар , 22:45

"Өс тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыштым"

Хәйбулла яугиры яраланғандан һуң мөғжизә менән иҫән ҡалған

"Өс тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыштым"
"Өс тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыштым"

Башҡортостан яугиры МХО-ла яраланғандан һуң мөғжизә менән иҫән ҡала. Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә «Карат» позывнойлы яугирҙың батырлығы хаҡында һөйләне.

–«Карат» өс тәүлек буйына дошман дрондарынан һаҡланып, үҙебеҙҙекеләргә табан шыуыша. Уға балалар, ғаилә һәм тыуған ер тураһында уйҙар көс өҫтәй. Яҡташыбыҙҙың тарихы - ихтыяр һәм рух көсөнөң ысын өлгөһө, - ти Рөстәм Шәрипов.

Бөгөн «Карат» яраланғандан һуң республикала реабилитация үтә. Яугир «Башинформ»ға уҙған йылдың декабрендә Донецк йүнәлешендә хәрби задание үтәгәндә дошман дроны аяғын йәрәхәтләүе хаҡында һөйләне.

«Дрондар һөжүме дауам итә. Мин ағас аҫтындағы соҡорға йәшерендем. Ҡараңғы төшөүен көтөп, позицияларға табан шыуыша башлай. Эвакуация төркөмө мине унан алып сыға алманы. Һәм шулай өс тәүлек буйына дошман уты аҫтында шыуыштым. Икенсе тәүлектә минең һыуым һәм ризығым бөттө. Уйым бер генә булды – иҫән ҡалыу һәм балаларым янына ҡайтыу. Минең өс балам бар», – тип уртаҡлашты яугир.

Хәрби хеҙмәткәр, һауығып ҡайтҡас, тиҙҙән йәнә фронт яғына юлланасаҡ. Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Карат» III дәрәжә «Сик буйы хеҙмәте отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.

Автор:Инсаф Хужабирганов

"Өс тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыштым"
"Өс тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыштым"
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: