Муса хәҙрәт Мәхмүтов хәләл ефете Рәзинә менән бергә Вәлит ауылы мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһына тәүгеләрҙән килеп тауыш бирҙе.
“Ғаиләбеҙ менән кисә кискеһен үк һөйләшеп, бөгөн иртә менән һайлауға килеп, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған райондаштарыбыҙ һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашһындар, бер кем дә ситтә ҡалмаһын, сөнки республикабыҙҙың киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ”, - тип мөрәжәғәт итте Муса хәҙрәт.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 6, 7 һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.