Башҡортостанда йәшәүсе Роман Хисмәтуллин «Счастливая 7» дизайны менән лотереяла 2 миллион һум отҡан. Билетты ир «Столото» фирма магазинында һатып ала.
«Мин билеттарҙы ошондай дизайн менән генә һатып алам: билеттың сағыу төҫө оҡшай, һәм йыш ҡына бер нисә меңләп еңеү бәхете тейә, — ти лотереяла еңеүсе. — Күпме отҡанымды аңлағандан һуң, аптырап ҡалдым. Миңә тик уңышлы осраҡ арҡаһында ғына бәхет йылмайҙы, тип уйлайым».
Гослотереяның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Роман бер нисә һөнәрҙе үҙләштергән. Ир һаҡсы, иретеп йәбештереүсе һәм төҙөүсе булып эшләгән, хәҙер ул хәрби хеҙмәткәр. Еңеүсе — бәхетле күп балалы атай: һөйөклө ҡатыны менән өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй. Буш ваҡытын тулыһынса ғаиләһенә бағышлай. Ул отҡан аҡсаны киләсәктә фатир һатып алыу өсөн һаҡлыҡ иҫәбенә һала.