Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Сентябрь 2023, 11:03

Уңыш тырыштарға йылмая

.

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая

"Ғаиләм – ҡәлғәм", тиҙәр халыҡта. Парлы кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла тулы ғаиләлә, ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Бергә ҡабыҙған усаҡты һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы.

Дилбәр һәм Мәжит Кинйәбаевтар 1-се Мырҙа ауылының уңған ғаиләләренең береһе.
Солан ишеген асыу менән иҙәндәрҙә түшәлеп ятҡан ҡорамаларға күҙем төштө. Был ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә бигерәк оҫта икән тип уйлап ҡуйҙым. Өйҙә лә шул хәл, бүлмәләр сағыу төҫтәрҙәге ҡул эштәренә күмелгән. Баймаҡ районы Ярат ауылы ҡыҙы Дилбәр мәктәпте бөткәс, Сибай һөнәрселек училищеһында штукатур-маляр һөнәре буйынса уҡыған. Темәстә бер аҙ эшләгәс, Ишмырҙа ауылында ауырыған өләсәһен бағырға килә, бер ыңғайы колхозда һауынсы булып эшкә урынлаша. Шул ауылға туғандарына ҡунаҡҡа барған Мәжит исемле егет менән танышып, 1-се Мырҙа ауылына 1992 йылдың август айында килен булып төшә.
Ә Мәжит Шәкирйән улы Түш ауылында һуғыш ветеранының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Первомайский ауылында 8-се класты бөткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында физкультура уҡытыусыһы һөнәренә уҡый башлай, ләкин әсәһе ауырып китеү сәбәпле, ауылға кире ҡайта. Һуңынан Аҡъяр спорт мәктәбендә, Мәмбәттә физкультура уҡытыусыһы, артабан совхозда комбайнсы була. Совхоз бөткәс, төрлө урындарҙа вахта ысулы менән эшләй. Ә әлеге ваҡытта Первомайский һәм Беренсе Мырҙа ауылдарына газовик булып эшләй. Ғаилә башлығы тырыш, эшһөйәр, балалары етеш йәшәһен һәм бәхетле булһын өсөн бар көсөн һала. Дилбәр ҙә бик бөтмөр, иренең бар эштәрендә терәк, өйҙә йәм булдырып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй белә. –Ауыл ерендә йәшәгәс, мал да ишле. Өс һыйырҙан да кәм тотмайбыҙ. Башмаҡ, быҙауҙар, тиҫтәләгән кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Себештәрҙе иртә яҙҙан алабыҙ. Йәй буйына ҡарап, бағып, мул ғына итеп ашатып үҫтерәбеҙ, – ти улар.
Күп балалы әсә булараҡ, Дилбәр Нурислам ҡыҙы юғары награда – "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 39-сы һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: