Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Сентябрь 2023, 10:59

Һәр яҡлап булдыҡлы улар

.

Һәр яҡлап булдыҡлы улар
Һәр яҡлап булдыҡлы улар

Тормоштан йәм табып, яҡташтарының ихтирамын яулап, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүен татып йәшәгән эшһөйәр, тырыш Бараҡовтар ғаиләһе менән танышырға насип булды.

Йорт хужабикәһе Йылайыр районы Юлдыбайҙа туғыҙ бала араһында дүртенсе булып донъяға килгән. Бала саҡта ата-әсәләре Хәйбулла районы Баҡал ауылында төпләнә.
Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте бөткәс, Өфөлә штукатур-маляр һөнәренә уҡып, йәш ҡыҙ “Таналыҡ” совхозында һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай. 1987 йылда Хауарис Ғәйнислам улы менән танышып, уға кейәүгә сыға. 1-се Мырҙа ауылында йәшәй башлағас, “Матрай” совхозында бер йыл бәрәстәр ҡарай, һуңынан совхоз бөткәнсе склад мөдире булып эшләй. Артабан “Майский” руднигында хеҙмәт юлын дауам итә.
Бараҡовтар ике бала тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырғандар. Улар ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Һәр береһе үҙ юлын, үҙ ишен табып, балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә.
–Үҙемде бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем, сөнки үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа һау-сәләмәт. 4 ейән, 3 ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм ҡартатайбыҙ, уларҙың килеүҙәрен көтөп алабыҙ. Яҙмышыма рәхмәтлемен. Тормош иптәшем дә ел-ямғыр тейҙермәне, ғаиләбеҙ етеш йәшәһен өсөн ал-ял белмәй эшләне. Бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, ихата тултырып мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерергә ярата. Йәй көндәре ҡош-ҡорт алып ҡарайбыҙ. Улдарыбыҙ ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә ярҙам итә. Үҙем дә тик ултырмайым, бигерәк тә оҙон ҡышҡы кистәрҙә йөн иләйем, ҡорамалар менән булышам, ырғаҡ менән дә бәйләйем, – ти уңған хужабикә.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 39-сы һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: