ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Сентябрь 2023, 03:05

“Патриот” паркы “ГеоВызов”ты ҡабул итергә әҙер

  “ГеоВызов” I  халыҡ-ара геология чемпионатының  судьялар һәм ойоштороу комитеттары Шишмә районындағы “Патриот” паркының был ҙур бәйгегә әҙерлеген ҡараны.

“Патриот” паркы “ГеоВызов”ты ҡабул итергә әҙер“Патриот” паркы “ГеоВызов”ты ҡабул итергә әҙер
“Патриот” паркы “ГеоВызов”ты ҡабул итергә әҙер

“ГеоВызов” I  халыҡ-ара геология чемпионатының  судьялар һәм ойоштороу комитеттары Шишмә районындағы “Патриот” паркының был ҙур бәйгегә әҙерлеген ҡараны.

Комиссия ағзалары билдәләүенсә, ярыш урындары әҙерләнгән, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ә ярышта ҡатнашыусылар йәшәйәсәк “Патриот” бинаһында бөтә тейешле шарттар бар. Наградалар һәм сувенирҙар комплекты ла тиҙҙән әҙер буласаҡ.

Ике команда – Чечнянан һәм Ҡаҙағстандан – Өфөгә килде лә инде. Ә чемпионаттың нисек барыуын уның рәсми сайтында күҙәтеп барырға мөмкин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас